Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАКУЛЬСКИЙ Александр Васильевич

Просмотров: 1533

ВАКУЛЬСКИЙ Александр Васильевич [28.8.1922, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ҡалтыман а. (БР‑ҙың Иглин районы) — 28.7.1990, Измаил ҡ.], лётчик, майор (1945). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тамбов осоусылар хәрби-авиация мәктәбен тамамлаған (1942). 1939—40 йй. Өфө моторҙар заводында токарь булып эшләй. 1941 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1943 й. июненән Калинин, 1‑се Балтик буйы, 3‑сө Белоруссия, Ленинград фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө һауа армияһы 211‑се штурмлау авиация дивизияһының 949‑сы штурмлау авиация полкы эскадрилья командиры капитан В. 95 хәрби осошта (1945 й. апреленә ҡарата) күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Өфөлә, 1952—62 йй. Иркутск ҡ. граждандар авиацияһы лётчигы булып эшләй. Ленин (1945), 3 Ҡыҙыл Байраҡ (бөтәһе лә — 1944), 1-се (1944, 1985) һәм 2-се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнгән. В. исеме Иглин районы Иглин а. һәм Измаил ҡ. урамдарға, Иглин районы Алаторка а. урта мәктәбенә бирелгән; тыуған ауылында һәм Иглин а. уға бюстар, Өфөлә ул уҡыған 51‑се урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. В. иҫтәлегенә Измаилда йыл һайын Халыҡ-ара үҫмерҙәр футбол турниры үткәрелә.

Әҙәб.: Булатов Г.Г. Им восхищался маршал //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Ғ.Ғ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.10.2021