Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИЕВ Сәлих Шәйбәк улы

Просмотров: 1104

ВӘЛИЕВ Сәлих Шәйбәк улы [22.10.1912, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ғүмәр а. (хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р-ны Иҫке Ғүмәр а.) — 12.10.1970, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1943). Өлкән лейт. (1944). 1939—40 йй. совет‑фин һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенанттар курстарын тамамлаған (1942). 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июленән Көнбайыш, Брянск, Воронеж һәм 1-се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 309-сы уҡсылар див. 957-се уҡсылар полкы взвод ком. кесе лейт. В. 1943 й. 24 сент. Украина ССР-ы Балыко-Щучинка а. янында Днепрҙы аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Өфөлә йәшәй һәм эшләй.  Ленин (1943), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. һәм тыуған ауылында В. — һәйкәл, Өфөләге ул йәшәгән йортҡа һәм Иҫке Ғүмәрҙәге мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҙәб.: Абдуллин И. Человек со шрамом //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2019