Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИЕВ Абдулла Хәбибулла улы

Просмотров: 1232

ВӘЛИЕВ Абдулла Хабибулла улы [1922, БАССР‑ҙың Өфө кантоны 2‑се Баҡай а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Баҡай а., — 1943 й. окт., Киев янында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 24.1.1944, Ленинград өлк. Туганицы а. янында)], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. ғин. алып Воронеж, Үҙәк һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 60‑сы армия 280‑се уҡсылар див. 1031‑се уҡсылар полкының танкыға ҡаршы мылтыҡ тоҫҡаусыһы рядовой В. 1943 й. 13 июлендә Курск өлк. 257‑се ҡалҡыулыҡ өсөн һуғышта һәм 25 сент. Украина ССР‑ы Окуниново а. Көньяҡ-Көнбайышта Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943). В. исеме тыуған ауылындағы урта мәктәпкә бирелгән; Кушнаренко р‑ны Кушнаренко, Баҡай аа. уға һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Ахметшин Г. Среди скал //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1995.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019