Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАСИЛЬЕВ Александр Харитонович

Просмотров: 1513

ВАСИЛЬЕВ Александр Харитонович [ысын исеме Вәлишин Әһлиулла Хисмәт улы; 17.4.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Мәтәүбаш а. (БР-ҙың Бәләбәй р‑ны) — 5.5.1961, шунда уҡ], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. тиклем “Уралмаш” з‑дында (Свердловск ҡ.) эшләй. 1943 й. алып 1‑се Украина фронтында 4‑се танк армияһы 10‑сы гвардия Урал ирекле танк корпусы 61‑се гвардия танк бригадаһының разведчиктар отделениеһы ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н В. 1944 й. 27 июлендә Ольшаница а. (Украина ССР‑ы) өсөн, 1945 й. 20 ғин. Бурзенин ҡ. (Польша) һәм 16—20 мартта Вольдорф, Лойер‑Клей, Нойштадт, Пейзамер һәм Регенсдорф (Германия) торама пункттары янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. 1945 й. старшина В. демобилизациялана. 1946—61 йй. Бәләбәй р‑нында эшләй. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 1‑се (1945 й. июне), 2‑се (ш. уҡ йылдың апр.) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында В. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ, Бәләбәй ҡ. Дан аллеяһында бюст ҡуйылған.

Әҙәб.: Булатов Г. От Урала до Праги //Славные сыны Башкирии. Кн.5. Уфа, 1985.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019