Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАСИЛЬЕВ Василий Семёнович

Просмотров: 1158

ВАСИЛЬЕВ Василий Семёнович [1912, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡуян а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 9.8.1944, Вилкавишкис ҡ.], артиллерист, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1934—38 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. авг. башлап Көнбайыш, 2‑се һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 33‑сө армия 43‑сө айырым танкыға ҡаршы истребитель артиллерия бригадаһы 1964‑сы танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының артиллерия батареяһы ком. лейтенант В. 1944 й. 9 авг. Вилкавишкис ҡ. алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. В. исеме Ҡалтасы р‑ны Ҡалтасы а., Вилкавишкис һәм Пермь ҡҡ. урамдарға бирелгән; Ҡуян һәм Ҡалтасы аа. уға бюст ҡуйылған.

Әҙәб.: Танки в пятидесяти метрах //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019