Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВЕДЕРНИКОВ Николай Степанович

Просмотров: 1417

ВЕДЕРНИКОВ Николай Степанович [18.6.1925, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Тәтешле а. (БР‑ҙың Тәтешле районы) — 29.12.2011, Чернушка ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. алып Чкалов өлкәһе Ҡыуандыҡ районында колхозда эшләй. 1943 й. июленән Брянск, 1‑се Белоруссия, 1‑се Украина һәм 2‑се Алыҫ Көнсығыш фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы армия 273‑сө уҡсылар дивизияһы 969‑сы уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры өлкән сержант В. 1944 й. авгусында Висла й. аша сыҡҡанда һәм 1945 й. 14—18 февралендә Штригау ҡ. һәм 10 мартта Бреслау ҡ. (Германия) өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Ленинград геологик экспедицияһында, һуңыраҡ Пермь өлкәһендә эшләй. Ленин (1945, 1976), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 2‑се (1945) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. Чернушка ҡ. Дан аллеяһында һәм Үрге Тәтешле а. уға бюст ҡуйылған, шулай уҡ В. исеме Үрге Тәтешле а. мәктәпкә бирелгән, ул уҡыған 1‑се урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Орлов В. Уральский характер //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.08.2022