Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕВСТИГНЕЕВ Александр Семёнович

Просмотров: 1668

ЕВСТИГНЕЕВ Александр Семёнович (1894, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Пёстровка а., хәҙер БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы Оло Аксаков а. — 20.1.1945, Свошовице ҡ., Польша), Советтар Союзы Геройы (1945). Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1914 й. алып рус армияһында, 1918—20 йй. һәм 1942 й. башлап Ҡыҙыл армияла. 1942 й. июленән Воронеж, Үҙәк һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 60‑сы армия 322‑се уҡсылар дивизияһы 1085‑се уҡсылар полкы уҡсыһы рядовой Е. 1945 й. 20 ғинуарында Свошовице ҡ. өсөн барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн (гранаталар бәйләме менән немец бронетранспортёры аҫтына ташланып, уны шартлата) үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1945). Оло Аксаков а. Е. исеме менән урам аталған, уға һәйкәл ҡуйылған.

  Әҙәб.: К у з н е ц о в И.И. Защищая Отечество. Иркутск, 1968; С о т н и к о в И. Памятник солдату //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.02.2023