Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЖУРАВЛЁВ Даниил Арсентьевич

Просмотров: 1395

ЖУРАВЛЁВ Даниил Арсентьевич (12.12.1900, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Таналыҡ а., хәҙ. Баймаҡ ҡ., — 16.9.1974, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Артиллерия ген.‑полк. (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов ис. Юғары хәрби акад. эргәһендәге юғары командирҙар составын камиллаштырыу курстарын тамамлаған (Мәскәү, 1950). 1918 й. алып Совет Армияһында. 1919—22 йй. Көнсығыш һәм Төркөстан фронттарында хеҙмәт итә. 1937 й. алып 2‑се Ленинград артиллерия уч‑щеһы нач. вазифаһын башҡарыусы, 1938 й. — Рязань артиллерия уч‑щеһы начальнигы. 1941 й. майынан ПВО‑ның 1‑се корпусы ком., 1942 й. апр. башлап — Мәскәү фронты ғәскәрҙәре, 1943 й. июленән — ПВО‑ның Айырым Мәскәү армияһы, 1944 й. дек. башлап Көнбайыш фронты ғәскәрҙәре командующийы. 1946 й. алып ПВО‑ның Көнбайыш һәм Төньяҡ‑Көнбайыш округы ғәскәрҙәре командующийы, СССР ПВО ғәскәрҙәре командующийы урынбаҫары, СССР ПВО ғәскәрҙәренең радиотехник ғәскәрҙәре һәм һауанан күҙәтеү, хәбәр итеү һәм элемтә хеҙмәте начальнигы. 1954 й. — отставкала. РСФСР ЮС‑ының 1‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1938, 1941, 1944 й. авг. һәм нояб., 1949), 1‑се дәрәжә Кутузов (1943, 1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1936) орд. м‑н бүләкләнгән. Баймаҡтағы урамға Ж. исеме бирелгән.

Әҫәрҙ.: Огневой щит Москвы. М., 1988.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.10.2022