ВАВИЛОВ, Өфө р‑нындағы ауыл
857
ВАВИЛОВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 21 кеше; 1920 — 111; 1939 — 56; 1959 — 310; 1989 — 219; 2002 — 197; 2010 — 231 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).
Ауылға Өфө өйәҙендә дворян Вавиловтарҙың ауылы булараҡ нигеҙ һалына, 1624 й. алып билдәле. 1865 й. 11 йортта 49 кеше йәшәгән.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: