Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЯН (Баянов) Әхсән Фәтхелбаян улы

Просмотров: 1235

БАЯН (Баянов) Әхсән Фәтхелбаян улы [8.12.1927, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Ашман ҡсб (БР‑ҙың Илеш р-ны)], яҙыусы. ТР‑ҙың халыҡ шағиры (2004). ТАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1988). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1956) “Социалистик Татарстан” гәз. бүлек мөдире, 1962—81 йй. “Казан утлары” (“Ҡазан уттары”) ж. яуаплы секретары һәм баш мөхәррир урынбаҫары. “Диңгеҙ шауы” (1959), “Йәшен еҫе” (1967), “Аҡ ҡанаттар” (1983; бөтәһе лә — татар т.) шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары — шағирҙың тормош, замана проблемалары хаҡындағы уйланыуҙары. “Ут һәм һыу” (1973), “Таш китап” (1984; икеһе лә — татар т.) романдары Кама й. ГЭС төҙөүселәрҙең фиҙакәр хеҙмәтенә арналған. “Йәшлегемде эҙләйем” (1966) повесы, “Һәйкәл” (1970) драмаһы, “Һеҙ аңларһығыҙ мине” (1971) балладалар һәм поэмалар йыйынтығы, “Йылғала пароход” (1997; бөтәһе лә — татар т.) мемуарҙары һ.б. яҡташтарының һуғыштан һуңғы йылдарҙағы тормошо хаҡында бәйән итә. ТР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1999). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1977).

Әҫәрҙ.: Другой земли нет: стихи. М., 1983; Ак канатлар: шигырьләр һәм поэмалар. Казан, 1983.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.01.2023
Связанные темы рубрикатора: