Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКҠОЛ (Бикҡолов) Шәриф Сәғәҙәтулла улы

Просмотров: 1633

БИКҠОЛ (Бикҡолов) Шәриф Сәғәҙәтулла улы [28.5.1924, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ҡарлыман а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 3.9.1995, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1980). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1949) Башҡ. театр-художество уч‑щеһы уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта БАДТ‑ның әҙәби бүлек мөдире, 1952—62 йй. һәм 1968—77 йй. “Пионер” ж. баш мөхәррире, 1962—68 йй. БАССР Яҙыусылар союзы ида- раһының яуаплы секретары. “Ынтылыу” (1947) тип аталған шиғырҙар йыйынтығында тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтҡан еңеүсе һалдаттарҙың хистәрен сағылдыра; “Әле йәшәйбеҙ икән” (1977) романында һуғыштан һуңғы тормошта үҙ урынын эҙләүсе фронтовик образын һүрәтләй. “Замандашыма” (1951), “Төшөрәм иҫтәремә” (1959), “Мин табынған күҙҙәр” (1971) һ.б. йыйынтыҡтары ижади хеҙмәт, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт темаһына арналған. Үҫмерҙәрҙең әхлаҡи эҙләнеүҙәре һәм уларҙың ҡатмарлы мөнәсәбәттәре “Һикәлтәләр аша” (1957), “Һынау” (1966), “Аҡ хыял” (1988) шиғырҙар һәм поэмалар; “Ҡунаҡ ҡыҙы” (1974), “Мираҫ” (1997) әкиәттәр; “Айрат айға оса” (1960), “Тырышҡан — таба” (1979) пьесалар йыйынтыҡтарында сағыла. Б. шиғриәте нескә хислелеге һәм моңлолоғо м‑н айырылып тора. Уның шиғырҙарына комп. Ш.Ш.Ибраһимов, Н.Ғ.Сабитов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. популяр йырҙар ижад иткән. С.В.Михалков, Ш.Надь, Н.А.Некрасов, А.С.Пушкин һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. Б. шиғырҙары һәм поэмалары Рәсәй һәм донъя халыҡтарының байтаҡ телдәренә тәржемә ителгән. Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1969). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), “Почёт Билдәһе” (1974) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында музей эшләй. Яҙыусының исеме м‑н Өфөлә, тыуған ауылында һәм Ҡырмыҫҡалы р‑нының башҡа торама пункттарында урамдар аталған.

Әҫәрҙ.: Баш эйәм алдарыңда: шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1993; Оҙата кил: төрлө йылдар лирикаһы. Өфө, 2003; Величиной с моё сердце: стихи, песни, поэмы. М., 1974.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: