Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКЧӘНТӘЕВ Әнүәр Һаҙый улы

Просмотров: 1373

БИКЧӘНТӘЕВ Әнүәр Һаҙый улы (21.9.1913, Өфө — 18.5.1989, шунда уҡ), яҙыусы. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1970). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1947). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын (1941), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1956) тамамлаған. 1933—34 йй. — “Коммуна” гәз. (ҡара: “Кызыл таң”), 1945—47 йй. “Красная Башкирия” (“Ҡыҙыл Башҡортостан”) гәз. (ҡара: “Республика Башкортостан”) эшләй. “Үлемһеҙлеккә хоҡуҡ” [“Право на бессмертие”, 1950; икенсе исеме “Бөркөт һауала үлә” (“Орёл умирает на лету”; башҡортса 1958)] повесы А.М.Матросовтың тормошона һәм батырлығына арналған. “Ҡарасәй юлы” (1954), “Ожмах вәғәҙә итмәйем” (1963); “Яҙым минең — яҙмышым” (“Весна, похожая на крик”, 1981; башҡортса 1984) романдарында ижади хеҙмәт романтикаһы, кеше холҡоноң коллективта формалашыуы һүрәтләнә. Б. балалар өсөн “Салбар кейгән ҡыҙ” (1960), “Бакенщиктар иламай” (“Бакенщики не плачут”; 1961) хикәйәләр йыйынтыҡтарын, “Ҙур оркестр” (“Большой оркестр”, 1956; башҡортса 1957), “Адъютантҡа үлем юҡ” (1962), “Нисә йәш һиңә, комиссар?” (1965) повестарын ижад итә. Автор, үҫмерҙәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен күрһәтеп, уларҙың рухи донъяһын аса, шәхестең формалашыуын күҙәтә, мөһим әхлаҡиэтик проблемалар күтәрә. Б. әҫәрҙәре динамикалы һәм мауыҡтырғыс. Документаллек образдарҙың психологик яҡтан теүәл характеристикаһы м‑н үрелеп бара. Б. әҫәрҙәре инглиз, ҡырғыҙ, литва, француз, әрмән һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Яҙыусы әҫәрҙәре б‑са Башҡорт драма театрында, Ҡурсаҡ театрында спектаклдәр ҡуйыла. Б. сценарийҙары б‑са “Совет Башҡортостаны” (“Советская Башкирия”; 1950, реж. Н.В.Соловьёв, И.С.Гиндин, “Ленфильм” к/ ст) фильмы төшөрөлә. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. (1974), Ғ.Сәләм ис. пр. (1967) лауреаты. Окт. Революцияһы (1972), Ҡыҙыл Байраҡ (1942), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), “Почёт Билдәһе” (1963) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Б. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Әҫәрҙәр: 3 томда. Өфө, 1983—1984; Прощайте, серебристые дожди...: повести. М., 1973; Семь атаманов и один судья: повести. Уфа, 1980.

Әҙәб.: Сафуанов С.Ғ. Әнүәр Бикчәнтәев ижады. Өфө, 1971.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: