Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҒЛҮМӘТТӘР БАЗАҺЫ

Просмотров: 1160

МӘҒЛҮМӘТТӘР БАЗАҺЫ, объекттар (уларҙың үҙенсәлектәре) һәм улар араһындағы мөнәсәбәттәр т‑да компьютерлаштырылған мәғлүмәт, ҡуйылған мәсьәләне иң уңайлы юл м‑н хәл итеү өсөн ойошторолған. Ҡулланыусыларҙың һаны б‑са бер һәм күп ҡулланыусылар өсөн төҙөлгән М.б. айыралар. Күп ҡулланыусылар өсөн булғандарҙы үҙәкләштерелгән (М.б. бер компьютерҙа һаҡлана) һәм бүлгеләнгән (төрлө компьютерҙа һаҡланған, кәрәк булғанда бер‑береһе м‑н киҫешә йәки бер-береһен ҡабатлай һәм үҙ‑ара электронлы селтәрҙәр, мәҫ., Интернет аша бәйләнгән бер нисә өлөштән тора) М.б. бүләләр. Мәғлүмәт йыйылмаһын структураһы б‑са — иерархиялы, селтәрле, реляцион, тәғәйенләнеше б‑са дөйөм инеү мөмкинлеге булған (халыҡ китапханалары М.б.), тармаҡ (Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Эске эштәр министрлығы һ.б. М.б.), локаль (айырым ойошмаларҙың һәм пр‑тиеларҙың кадрҙар, ресурстар б‑са М.б.) М.б. айыралар. Мәғлүмәт тупламын формалаштырыу, уны яңыртыу, ҡулланыусыға кәрәкле мәғлүмәттәрҙе биреү һ.б. операцияларҙы тормошҡа ашырыу өсөн М.б. м-н идара итеү системаһы тип аталған тел һәм программа саралары йыйылмаһы ҡулланыла. 20 б. 70‑се йй. М.б. инеү һан һәм текст юлдары яҙыу кимәлендә башҡарыла. Ҡулланыусылар, М.б. м‑н идара итеү функциялары ярҙамында киңәйтелгән программалау телдәрен файҙаланып, аҙымлап кәрәк йүнәлештә бара. М.б. интерактив рәүештә инеү өсөн үҙ интерфейсы булған тейешле ғәмәли программалар төҙөлгән. Мәғлүмәт һаҡлағыстарын ойоштороу М.б. артабанғы үҫеше булып тора. Тиҙ генә анализ яһау һәм ҡарар ҡабул итеү өсөн ҡулланыусыларға дөрөҫ мәғлүмәт биргән предмет‑йүнәлешле, берләштерелгән, ваҡыт үтеү м‑н үҙгәрмәй торған, мәғлүмәт индереү хронологияһына таянған һаҡлағыстарҙы айыралар. Улар башлыса аналитик мәсьәләләрҙе сисеүгә йүнәлгән булыуҙары м‑н айырыла. Мәғлүмәт һайлау ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн уларҙа мәғлүмәт һаҡлауҙың махсус структуралары файҙаланыла. Һаҡлағысҡа мәғлүмәт тышҡы сығанаҡтарҙан (М.б., айырым файлдарҙан) бер нисә үҙгәртеү үткәндән һуң (ғәҙәти булмаған формаға күсереү, һаҡлағыстағы мәғлүмәттәр м‑н яраштырыу һәм бер нисә сығанаҡ мәғлүмәттәре м-н берләштереү һ.б.) килә. 90‑сы йй. М.б. структураһы ҡатмарлаша. Мәғлүмәттең ябай төрҙәре мультимедиа документтары, график образдар, хронологик рәттәр, процедура һ.б. ҡатмарлы мәғлүмәт формалары (автоматлаштырылған проектлау системалары, геомәғлүмәт системалары һ.б.) м‑н тулыландырыла. Иң киң таралған реляцион М.б. теле (SQL) нигеҙендә ябай мәғлүмәттәрҙе алыу мөмкинлеген биргән объект‑реляцион (ORDB) һәм дедуктив‑объект йүнәлешле (DOODB) М.б. һәм ҡатмарлы типтағы мәғлүмәттәрҙең объектлы моделдәрен яһау барлыҡҡа килә. DOODB системалары аныҡ билдәләнмәгән төшөнсәләр ингән һорауҙар м‑н эш итә һәм асыҡланмаған насар берләштерелгән күмәк ресурстарҙан иң аңлайышлы мәғәнәне таба. Шулай уҡ аныҡ бул‑ маған тасуирлау б‑са график образдар, аудио‑ һәм видеомәғлүмәт араһынан тейешлеһен һайлай торған эксперименталь тәж. системалары бар. 90‑сы йй. уртаһынан насар структураланған текст мәғлүмәттәрен тәртипкә килтереү, һаҡлау һәм уларға инеү технологиялары м‑н билдәләнгән, гипертекст тип атап йөрөтөлгән М.б. киң ҡулланыла. Уларҙа мәғлүмәт берәмектәре араһында ассоциатив бәйләнештәр барлыҡҡа килә, был документтар гипермөхите эсендә һыҙыҡ булмаған ирекле навига‑ цияны алып барыу мөмкинлеген бирә. Гипертекст мәғлүмәт системалары Интернет WEB‑серверҙарының һәм Интранеттың нигеҙен тәшкил итә. Башҡортостанда 70‑се йй. алып М.б. төрлө типтары, мәҫ., РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Потенциаль хәүефле объекттар”, “Ғ .ҙ .ттән тыш хәлдәр тураһында хәбәрҙәр”, “Хәүефле химик матдәләрҙең белешмә китабы” М.б., РФ ЭЭМ‑ының “Статистика”, “Автомобиль” М.б., БР б‑са Федераль һалым йыйыу хеҙмәте идаралығының “Физик шәхестәрҙе иҫәпкә алыу һәм һалым һалыуҙың автоматлаштырылған системаһы” һ.б. киң ҡулланыла.

Әҙәб.: Д е й т К.Дж. Введение в системы баз данных. 8‑е изд. М., 2005. 

Г.Г.Куликов, В.В.Мартынов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: