Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИНФОРМАТИКА

Просмотров: 960

ИНФОРМАТИКА, мәғлүмәттең төҙөлөшөн һәм дөйөм үҙенсәлектәрен, ш. уҡ уны йыйыу, һаҡлау, эҙләү, эшкәртеү, үҙгәртеү, таратыу һәм кеше эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә файҙаланыу м‑н бәйле мәсьәләләрҙе өйрәнеүсе фән тармағы. И. төп йүнәлештәре: теоретик (ғәмәли һәм техник И. фәнни нигеҙен, мәғлүмәт теорияһын, алгоритмдар һәм автоматтар, кодлау, формаль телдәр теорияларын һ.б. үҙ эсенә ала); соц. (мәғлүмәт технологияларының йәмғиәт тормошоноң бөтә өлкәләренә лә үтеп инеү мәсьәләләрен өйрәнә); хисаплау техникаһының теоретик нигеҙҙәре (ҡоролмаларҙың составын, тәғәйенләнешен, функциональ мөмкинлектәрен һәм үҙ‑ара тәьҫир итешеү принциптарын билдәләүсе архитектура кимәлендә хисаплау системаларының дөйөм төҙөлөш принциптары эшләнә); программалау (хәҙ. заман инструменталь һәм ғәмәли программаларҙы уйлап табыу); яһалма интеллект (психология, физиология, лингвистика һ.б. фәндәрҙең уртаҡ өлөшөндә ятҡан проблемаларҙы, фекерләү моделен төҙөү, образдарҙы таныу, тәбиғи телдәрҙәге мәғлүмәтте синтезлау һәм анализлау проблемаларын һ.б. хәл итеү); мәғлүмәт технологиялары һәм системалары (төрлө ҡатмарлы системаларҙағы мәғлүмәт ағымдарын анализлау, уларҙы оптималләштереү, төҙөү, мәғлүмәтте һаҡлау һәм эҙләү принциптары мәсьәләләрен хәл итеү). Техник И. — хеҙмәт эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләрен кәрәкле программа‑аппарат саралары м‑н, ғәмәли И. мәсьәләләрҙе сисеү ысулдары һәм алгоритмдары м‑н тәьмин итә. Респ. И. үҫеше БАССР Статистика идаралығы базаһында машиналаштырылған хисаплау станцияһы (1957) һәм хисаплау эштәре бүлеге (1964) ойошторолоуға бәйле; 90‑сы йй. статистик мәғлүмәтте оператив рәүештә йыя, туплай һәм эшкәртә ала торған хисаплау станциялары һәм үҙәктәренең мәғлүмәт селтәрҙәре төҙөлә башлай (ҡара: Статистика). 1961 й. Башҡ‑н фәнни‑техник мәғлүмәт һәм пропаганда йортона (ҡара: “Баштехинформ”) нигеҙ һалына. Авиация техник университетында 60‑сы йй. башлап теоретик һәм ғәмәли И. өлкәһендә һөҙөмтәле мәғлүмәт системалары һәм технологияларын (Н.К.Зәйнәшев, Э.А.Мухачёва, Г.Г.Куликов, Б.Ғ.Ильясов, И.Й.Йосопов, Н.И.Йосопова, Ю.С.Кабальнов, В.И.Васильев), мәғлүмәт моделен әҙерләү һәм мәғлүмәтте эшкәртеү алымдарын (В.П.Житников, Е.М.Бронштейн, В.Е.Гвоздев) төҙөү б‑са ғилми‑тикшеренеү һәм тәж.‑конструкторлыҡ эштәре алып барыла; геофизик мәғлүмәтте эшкәртеү б‑са мәғлүмәт комплекстары һәм технологиялары уйлап табыла (Г.Н.Зверев, С.В.Павлов); И. һәм мәғлүмәт технологияларын үҫтереү маҡсатында ӨДАТУ базаһында 1991 й. Башҡ. респ. яңы мәғлүмәт технологиялары үҙәге (етәкс. В.Н.Стариков, В.В.Мартынов), 1966 й. Өфө төбәк мәғлүмәтләштереү үҙәге ойошторола, И. һәм мәғлүмәт технологиялары б‑са халыҡ‑ара конференциялар үткәрелә. Нефть техник университетында И. һәм ғәмәли математика ысулдарын файҙаланып, нефть промыслаһы механикаһы, гидрогазодинамика, һыҙыҡлы булмаған тулҡындар механикаһы мәсьәләләрен тикшереү б‑са эштәр башҡарыла (В.Ф.Ғәлиәкбәров). Респ. мәктәптәрендә 80‑се йй. 2‑се ярт., вуздарҙа 90‑сы йй. башында И. уҡыу фәне итеп индерелә. И. үҫтереү, йәштәрҙе И. өйрәтеү маҡсатында 1989 й. Белорет компьютер мәктәбе, 1993 й. Баймаҡ р‑ны 1‑се Этҡол а. компьютер лицей‑интернаты асыла. И. артабанғы үҫешенә шәхси компьютерҙарҙың киң таралыуы һәм глобаль компьютер селтәре — Интернеттың барлыҡҡа килеүе булышлыҡ итә. И. өлкәһендәге белгестәрҙе ӨДАТУ (И. һәм робот техникаһы ф‑ты), ӨДНТУ (хисаплау техникаһы һәм инженерлыҡ кибернетикаһы каф.), БДУ (программалау һәм иҡт. И. каф.), БДПУ (программалау һәм хисаплау техникаһы каф.), Статистика, информатика һәм хисаплау техникаһы колледжы һ.б. әҙерләй. Респ. уҡыусылар араһында И. б‑са даими рәүештә олимпиадалар (район, ҡала, респ.) уҙғарыла, 1996 й. алып Респ. балалар һәм үҫмерҙәр техник ижад үҙәге вуздар м‑н бергә “Киләсәккә аҙым” олимпиадаһын үткәрә. 2002—06 йй. респ. мәктәптәрҙе заманса хисаплау техникаһы м‑н тәьмин итергә, уларҙы Интернет селтәренә тоташтырырға мөмкинлек биргән “БР мәғариф системаһын мәғлүмәтләштереү һәм республика мәғарифының мәғлүмәт мөхитен үҫтереү” программаһы тормошҡа ашырыла.

Әҙәб.: Зверев Г.Н. Основания теоретической информатики: в 11 кн. Уфа, 1995—2004; Маликов Р.Ф., Сулейманов Р.Р. Введение в информатику. Уфа, 2005; Введение в информатику /Ю.С.Кабальнов [и др.]. 2-е изд. Уфа, 2007.

С.В.Тархов, Р.С.Юлмөхәмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019