Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҠЫЕВ Таһир Әхмәт улы

Просмотров: 1186

БАҠЫЕВ Таһир Әхмәт улы (21.2.1970, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2008). Ә.В.Баҡыевтың улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1992) шунда уҡ эшләй (2010 й. башлап нефтте һәм газды ташыу һәм һаҡлау база каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2003 й. алып “Газпром трансгаз Уфа” ААЙ‑нда (бүлек нач., 2008 й. башлап инженер-техник үҙәк нач.). Фәнни эшмәкәрлеге нефть-газ химияһы аппараттарын уйлап табыуға бәйле. Б. шыйыҡ һәм газ фазаларындағы технологик ағымдарҙағы йылылыҡ алмашыныу мәсьәләһенең матем. сығарылышын тәҡдим итә. Б. етәкс. уйлап табылған термосифонлы йылылыҡ алмашыу агрегаттары “Салаватнефтемаш” пр‑тиеһында, нефть‑газ химияһы һәм промыслалары ҡорамалдарын буяу өсөн тәғәйенләнгән фенолформальдегид һәм эпоксид ыҫмалалары нигеҙендәге герметиклаштырыусы составтар “Каустик” пр‑тиеһында эшләп сығарыла. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Метрология, стандартизация и сертификация. 3‑е изд. М., 2005 (авторҙ.); Организация процессов улучшения качества в технике. Уфа, 2008 (авторҙ.).

И.Ғ.Ибраһимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: