Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨП ФОНДТАРҘЫҢ АМОРТИЗАЦИЯЛАНЫУЫ

Просмотров: 1323

ТӨП ФОНДТАРҘЫҢ АМОРТИЗАЦИЯЛАНЫУЫ, билдәле бер осор эсендә (йылдарҙа иҫәпләнә) физик һәм мораль яҡтан иҫкереү арҡаһында төп фондтарҙың, тәүге хаҡын үҙҙәре ҡатнашлығында етештерелгән продукттың үҙҡиммәтенә өлөшләп күсереү процесы. Амортизация бүлемдәре ай һайын билдәләнгән нормативтар б‑са ғәмәлгә ашырыла. Пр‑тие тиҙләтелгән Т.ф.а. (ғәмәлдәге нормативтарҙан юғарыраҡ) файҙалана ала, был һалым һалына торған табышсуммаһын кәметә, яңы техника һәм технологиялар индереүгә стимул бирә. Пр‑тие, ҡорамалды файҙалы ҡулланыуҙың көтөлгән срогын (килем килтереү осоро), уны эксплуатациялау режимын һәм техник шарттарын, ремонт системаларын һ.б. иҫәпкә алып, амортизация сәйәсәтен үҙ аллы билдәләй. Төп фондтарҙың төрҙәре б‑са амортизация бүлемдәре ысулын һайлау пр‑тиеның финанс хәленә, һалым һалынмай торған килемдәре формалашыуына бәйле. Амортизация бүлемдәренән барлыҡҡа килгән йыллыҡ сумма 4 ысулдың береһе б‑са хисаплана: һыҙыҡ (тигеҙ), кәметелгән ҡалдыҡ, файҙалы ҡулланыу срогына ҡарап төп фондтарҙың хаҡын иҫәптән сығарыу һәм продукция (эш) күләменә ярашлы ҡиммәтен иҫәптән сығарыу. Иң ябай кимәлдә Т.ф.а. пр‑тиеларҙың матди‑техник базаһын тулыһынса яңыртыу, эшмәкәрлек даирәһен киңәйтеү өсөн кәрәкле аҡса туплау процесынан ғибәрәт; юғары кимәлдә (баҙар конъюнктураһын иҫәпкә алып, өҙлөкһөҙ яңыртылып торған һәм һуңғы продукция сығарған эшкәртеү тармаҡтарына, алдынғы инфраструктураға эйә булған төбәктәрҙә) — иҡтисадтың тармаҡ структураһын камиллаштырыу, фән ҡаҙаныштарын күпләп файҙаланыуҙы арттырыу инструменты. БР‑ҙа амортизация бүлемдәренең дөйөм суммаһының яҡынса 98%‑ы һыҙыҡ ысулы б‑са ғәмәлгә ашырыла, ул төп фондтарҙың һәр төрөнә ярашлы раҫланған амортизация бүлемдәре нормалары нигеҙендә ҡулланыла. 90‑сы йй. алып иҡтисадтың дәүләткә ҡарамаған секторында амортизация фондтарын туплау һәм тотоноу даирәһе пр‑тиеларҙың үҙ ҡарамағына ҡалдырыла.

В.З.Рогачёв, В.Ғ.Хәйруллина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: