Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОНОПОЛИЯҒА ҠАРШЫ СӘЙӘСӘТ

Просмотров: 1389

МОНОПОЛИЯҒА ҠАРШЫ СӘЙӘСӘТ, дәүләттең иҡт. сәйәсәт сиктәрендә конкуренцияны үҫтереүгә, монополистик эшмәкәрлекте һәм намыҫһыҙ конкуренцияны сикләүгә һәм бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралары комплексы; предприятиелар төҙөүҙе, үҙгәртеп ҡороуҙы, ябыуҙы, акцияларҙы күпләп һатып алыуҙы контролдә тотоу; билдәле бер тауар баҙарын‑ да өҫтөнлөклө урын алған пр‑тиеларҙың ғәйеп эштәрен (баҙарҙа дефицит булдырыу йәки уға булышлыҡ итеү, хаҡтарҙы күтәреү өсөн тауарҙарҙы әйләнештән алыу; контрагентҡа уның өсөн файҙаһыҙ булған килешеү шарттарын көсләп тағыу һ.б.); власть органдары һәм идаралыҡтар тарафынан конкуренцияны сикләүҙе һ.б. асыҡлау һәм бөтөрөү. Тауар баҙарын, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген үҫтереүгә, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлауға булышлыҡ итә. Конкуренцияның булмауы иҡт. яҡтан нигеҙләнгән тәбиғи монополиялар зонаһын (газ, нефть һәм нефть про‑ дукттарын үткәргес торбалар буйлап ташыу, т. юлдарҙа йөк ташыу, транспорт терминалдары, порттар, аэропорттар һ.б. хеҙмәте) айырыуҙы күҙ уңында тотҡан баҙарҙарға дифференциаль мөнәсәбәт Рәсәй иҡтисадында монополияға ҡаршы көйләүҙең бер сараһы булып тора. Республикала М.ҡ.с. хоҡуҡи базаһы РФ Конституцияһының конкуренция, берҙәм__иҡт. киңлек һәм берҙәм баҙар т‑дағы нормаларына, РФ Граждандар кодексына, “Конкуренцияны яҡлау тураһында”, “Реклама тураһында” (икеһе лә — 2006), “Тәбиғи монополиялар тураһында” (1995) Федераль закондарға һ.б. нигеҙләнә. Билдәле бер тауар баҙарында 35%‑тан ашыу өлөшө булған Хужалыҡ иткән субъекттар реестрын булдырыу һәм алып барыу М.ҡ.с. бер сараһы булып тора. Реестр ярҙамында монополияға ҡаршы орган тауар баҙарҙарында конкуренттар мөхите торошон анализлай һәм баһалай, хужалыҡ иткән субъекттар эшмәкәрлеген күҙәтә һәм контролдә тота. РФ монополистары реестрына БР‑ҙың 6 пр‑тиеһы ингән (2011): “Башволготанкер” ЯАЙ, “Газпром нефтехим Салават”, “Сода” ААЙ, Туймазы автобетоновоздар заводы, “Уфанефтехим”, “Уфимкабель”, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы, Өфө электролампа заводы — Яҡтылыҡ. БР‑ҙың тауар баҙарҙарын анализлау нигеҙендә 2011 й. Реестрға респ. 133 хужалыҡ иткән субъекты индерелгән. 1991 й. алып респ. М.ҡ.с. алып барыу БР‑ҙың Монополияға ҡаршы сәйәсәт һәм яңы иҡт. структураларға булышлыҡ итеү б‑са дәүләт ком‑тына, 1998 й. — БР‑ҙың Иҡтисад һәм монополияға ҡаршы сәйәсәт министрлығына, 2003 й. — РФ‑тың Монополияға ҡаршы сәйәсәт һәм эшҡыуарлыҡты яҡлау министрлығының БР б‑са терр. идаралығына, 2004 й. — Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең БР б‑са идаралығына йөкмәтелә.

З.Х.Аҡбашева, Ю.А.Дудина, Р.Ә.Ишбулатов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: