ӘХМӘТЙӘНОВ Рифҡәт Ғәзизйән улы
ӘХМӘТЙӘНОВ Рифҡәт Ғәзизйән улы (10.7.1933, БАССР‑ҙың Өфө районы Яңы Юрмаш а., хәҙер БР‑ҙың Иглин районы Турбаҫлы а., — 11.10.2018, шунда уҡ), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1994). БДУ‑ны тамамлаған (1962). 1963 й. алып ТР ФА ТТӘИ‑лә эшләй; 1995 й. башлап Стәрлетамаҡ педагогия институтында, 1997—2010 йй. Бөрө социаль‑педагогия академияһында (2002 й. тиклем төрки һәм фин‑уғыр филологияһы кафедраһы мөдире) уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре татар теле һәм сыуаш теленең сағыштырма тел ғилеме, этимологияһы, лексикографияһы проблемаларына; Урта Волга буйы һәм Урал буйы халыҡтарының мәҙәниәте, теле һәм фольклорының үҙ‑ара йоғонтоһона арналған. 3 томлы татар теленең аңлатмалы һүҙлеген (1977—1981), татар‑төрөк (1997) һәм төрөк‑татар (1998) һүҙлектәрен, татар теленең тарихи‑этимологик һүҙлеген (2001) төҙөүселәрҙең береһе.
Х е ҙ м.: Сравнительное исследование татарского и чувашского языков. М., 1978; Общая лексика материальной культуры народов Среднего Поволжья. М., 1989; Татар һәм башкорт телләренең чагыштырма‑тарихи фонетикасы. Бирск, 2003.
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов