Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ (КОНГРЕСЫ)

Просмотров: 1898

БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ (КОНГРЕСЫ) йәмәғәт берекмәләренең халыҡ‑ара союзы, башҡ. милләтен бергә туплау һәм яңыртыу маҡсатында ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. 1995 й. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булараҡ ойошторола, 1999 й.башлап Төбәк‑ара башҡорттар ҡоролтайы, 2003 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. РФ‑тың башҡорттар тығыҙ ултырған бар төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә төбәк бүлексәләре бар. Союз структураһына Башҡарма ком‑т, 9 комиссия (милли белем биреү һәм кадрҙар әҙерләү; хоҡуҡ һәм халыҡ-ара мәсьәләләр; ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ; экология һәм һаулыҡһаҡлау һ.б. б‑са) инә. Ҡоролтай ҡарамағында “Башҡорт халҡы үҫеше йәмәғәт фонды” эшләй. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: БР-ҙа һәм унан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың сәйәси, иҡт., экологик, соц., мәҙәни һ.б. хоҡуҡтарын һәм иректәрен БР, РФ закондарына һәм халыҡ‑ара хоҡуҡ нормаларына һәм акттарына ярашлы тормошҡа ашырыу һәм яҡлау; бөтә милләт граждандарының хоҡуҡтарын һәм иректәре һаҡлап, башҡ. халҡының дәүләт үҙбилдәләнешенә конституция хоҡуғын ғәмәлгә ашырыу; башҡ. халҡының тарихы һәм хәҙ. торошо т‑да объектив мәғлүмәттәр таратыу; башҡорттарҙың һәм БР халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлау, өйрәнеү һәм пропагандалау; башҡорттарҙың, БР халыҡтарының тарихын һәм мәҙәниәтен сағылдырыусы ижт.-сәйәси, ғилми‑популяр һәм әҙәби журналдар баҫып сығарыуҙа ярҙам күрһәтеү; респ. хакимиәттәре м-н берлектә соц.-иҡт., демографик, мәҙәниәт-телдетергеҙеү һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән махсус программалар эшләү һәм ғәмәлгә ашырыу; БР Диниә назараты эшмәкәрлеген хуплау һ.б.

Союз РФ һәм БДБ төбәктәрендә өлкә һәм респ. ҡоролтайҙарын, башҡ. милли байрамдарын, башҡ. шағирҙары һәм яҙыусылары м-н осрашыуҙарҙы әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ярҙам күрһәтә. Башҡарма ком‑т 1995 й. алып милли спорт төрҙәре б‑са турнирҙар, “Һылыуҡай”, “Ирәндек моңдары”, “Оҙон көй”, “Бишек туйы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” һ.б. йыл һайын үткәрелгән конкурстарҙың еңеүселәренә приздар булдыра. Союз 3 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарын үткәрә. 1‑се ҡоролтай 1995 й. 1—2 июнендә Өфөлә уҙа. БР-ҙан, РФ-тың 28 субъектынан, 19 сит ил дәүләттәренән, ш. иҫ. АҠШ, Венгрия, Германия, Гонконг, Көньяҡ Африка Республикаһы, Ҡытай, Перу, Польша, Төркиә, Финляндия, Франция, Швейцариянан 800‑ҙән ашыу делегат килә. 10 секция эшләй. Башҡортостандың дәүләтселеген һәм суверенитетын нығытыу, БР‑ҙың һәм башҡ. халҡының сәйәси, соц.‑иҡт. һәм милли-мәҙәни үҫеше һәм БР‑ҙан ситтә йәшәгән башҡорттар м‑н бәйләнештәрҙе үҫтереү һ.б. мәсьәләләр тикшерелә. Башҡ. милләтенә, БР, донъя халыҡтарына, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына, БМОға, донъя дәүләттәренә мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Башҡарма ком‑т һайлана, уның эш урыны билдәләнә.

2‑се ҡоролтай 2002 й. 14—15 июнендә үтә. БР, РФ‑тың 33 субъектынан, 19 сит ил дәүләттәренән, ш. иҫ. АҠШ, Израиль, Италия, Канада, Төркиә, Япониянан 800‑гә яҡын делегат ҡатнаша. 12 секция эшләй. Башҡ. милләте үҫешенең көнүҙәк проблемалары, уның донъя йәмғиәтендә роле тикшерелә; БР һәм РФ дәүләт хакимиәте органдарына БР милли сәйәсәтен артабан камиллаштырыу, милләт‑ара мөнәсәбәттәрҙе, респ. халыҡтарының милли мәҙәниәтен һәм телдәрен, ер сәйәсәтен үҫтереү һ.б. мәсьәләләр б‑са тәҡдимдәр индерелә. 2‑се ҡоролтай резолюцияһында федераль мөнәсәбәттәрҙе конституцион‑килешеүле нигеҙҙә үҫтереү; респ. конституцион реформаһын тамамлауҙы, БР һәм РФ закондарын камиллаштырыуҙы, милләт-ара, конфессия-ара һәм гражданлыҡ килешеүен нығытыу кәрәклеге билдәләнә. Башҡ. халҡына, БР халыҡтарына, РФ Президенты В.В.Путинға мөрәжәғәттәр ҡабул ителә.

3‑сө ҡоролтай 2010 й. 11 июнендә була. БР, РФ‑тың 35 субъектынан, 18 сит ил дәүләттәренән, ш. иҫ. Белоруссия, Ҡаҙағстан, Латвия, Мысыр, Украина, Үзбәкстан, Эстониянан, 850‑гә яҡын делегат ҡатнаша. 12 секция, ш. иҫ. беренсе тапҡыр Йәштәр ҡоролтайы, эшләй. Федерализм проблемалары һәм БР дәүләтселегенең перспективалары, башҡ. милли белем, башҡ. телен һаҡлау һәм үҫтереү, демография, респ. халҡының сәләмәтлек, эшҡыуарлыҡ һәм бәләкәй бизнес торошо, ер мәсьәләһе һ.б. тикшерелә. Башҡ. халҡына, БР халыҡтарына, РФ Президенты Д.А.Медведевҡа мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Рәйестәре: Н.А.Мәжитов (1995 й. алып), Ә.М.Сөләймәнов (2002 й.алып), Р.Т.Аҙнабаев (2006 й. алып, 2012 й. алып), А.З.Ғәлин (2009 й.алып), И.З.Солтанморатов (2010 й.алып), М.Х.Йосопов (2011 й. алып).

Әҙәб.: I Всемирный курултай башкир (1—2 июня 1995 г.): стеногр. отчёт. Уфа, 1998; II Всемирный курултай башкир (14—15 июня 2002 г.): докум. материалы: стеногр. отчёт. Уфа, 2002.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019