Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘЖИТОВ Нияз Абдулхаҡ улы

Просмотров: 1478

 

МӘЖИТОВ Нияз Абдулхаҡ улы [20.8.1933, БАССР‑ҙың Красноусол районы Туғай а. (БР‑ҙың Ғафури районы) — 11.10.2015, Өфө ҡ.], археолог. БР ФА академигы (2006), тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Пермь университетын тамамлағандан һуң (1956) ТТӘИ‑лә (1967 й. алып археология һәм этнография секторы мөдире), 1978 й. алып БДУ‑ла (1991—2000 йй. археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһы мөдире) эшләй, бер үк ваҡытта 1995—2002 йй. Башҡорттарҙың төбәк-ара ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)], 2006 й. башлап БР ФА вице-президенты, бер үк ваҡытта Социаль һәм гуманитар фәндәр бүлегенең академик-секретары, 2011—14 йй. “Боронғо Өфө” Республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы (Өфө ҡ.) директоры урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре Көньяҡ Уралдың тимер быуатҡа һәм урта быуаттарға ҡараған археологик мәҙәниәттәрен һәм ҡомартҡыларын өйрәнеүгә, башҡорттарҙың килеп сығышы мәсьәләләренә арналған. Башҡорт‑Бөркөт ҡурғандарын, Бикеш ҡурғандарын, Биш Уба I, Дежнев ҡурғандарын, Имәндәш ҡаласығын, Ҡаранай ҡурғандарын, Ҡәҙер ҡурғандарын, Әлмөхәмәт ҡурғандарын һ.б. аса. Бахмут мәҙәниәтен, Турбаҫлы мәҙәниәтен, Кушнаренко мәҙәниәтен өйрәнеп, башҡорттар менән Башҡортостан территорияһында борон һәм урта быуаттарҙа йәшәгән халыҡ араһында күсәгилешле бәйләнеш барлығын асыҡлаған. Өфө II ҡаласығын өйрәнеү эшен башлап ебәреүсе һәм ойоштороусы. 2000—09 йй. БР Халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2013). М. исеме Красноусол башҡ. гимназия‑интернатына бирелгән (Ғафури районы).

  Хеҙм.: Бахмутинская культура. Этническая история населения Северной Башкирии середины I тысячелетия нашей эры. М., 1968; Курганы Южного Урала в VIII—XII вв. М., 1981; История Башкортостана. Древность. Средневековье. Уфа, 2010 (авторҙ.); Городище Уфа-II. Материалы раскопок 2009 г. Том IV. Уфа, 2011 (авторҙ.).

В.С.Горбунов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.08.2023
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
Связанные статьи: