Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИЛИНГВИЗМ

Просмотров: 1668

БИЛИНГВИЗМ (би... һәм лат. lingua — тел), күп теллелектең бер формаһы, ике телде белеүҙе күҙ уңында тота. 1‑се тел булып ғәҙәттә туған тел һанала, 2‑се — ҡәрҙәш булмаған, әммә теге йәки был этник дөйөмлөк тарафынан киң ҡулланылған тел. БР‑ҙа милли‑урыҫ Б. өҫтөнлөк итә: башҡортурыҫ, мари‑урыҫ, мордва-урыҫ, татар‑урыҫ, удмурт‑урыҫ, сыуаш-урыҫ һ.б. Урыҫ-башҡорт, урыҫ-татар, урыҫсыуаш һ.б. кеүек ике теллелек һирәк таралған. Ике телде ҡулланыу төрлөсә булыуы ихтимал: һөйләү йә әҙәби яҙма телдә, йә икеһе лә тигеҙ. 1999 й. 15 февр. “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының теле тураһында” БР законын ҡабул итеү Б. артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә. 2002 й. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, башҡорттарҙың 93,0%‑ы, мариҙарҙың 94,8%‑ы, мордваларҙың 99,3%‑ы, татарҙарҙың 96,4%‑ы, украиндарҙың 99,5%‑ы, сыуаштарҙың 97,2%‑ы урыҫ телендә иркен һөйләшә; башҡорт телен мариҙарҙың 3,3%‑ы, мордваларҙың 1,0%‑ы, урыҫтарҙың 1,0%‑ы, татарҙарҙың 12,0%‑ы, удмурттарҙың 13,0%‑ы, сыуаштарҙың 7,7%‑ы белә.

Әҙәб.: Швейцер А.Д. Современная социолингвистика: теория, проблемы, методы. М., 1976; Развитие общественных функций башкирского литературного языка. Уфа, 1987.

З.Ғ.Ураҡсин

Тәрж. Д.М.Шәрәфетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: