Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЛҒАР ТЕЛЕ

Просмотров: 1887

БОЛҒАР ТЕЛЕ, төрки телдәр араһында үле телдәрҙең береһе (болғар төркөмө). Бөйөк Болғар һәм Волга буйы Болғары халыҡтары теле. Хәҙерге телдәр араһында сыуаш теле иң яҡыны һанала. Б.т. хаҡында мәғлүмәттәр аҙ һәм 5—14 бб. авторҙарының топонимдары һәм антропонимдарында, фин-уғыр, славян телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә һаҡланған. Б.т. айырым лексемалары Ибн Фаҙлан һәм Мәхмүт Ҡашғариҙа теркәлгән. Ҡомартҡыларҙың күбеһе – ғәрәп яҙыуының куфи йәки ҫөлөҫ почеркында яҙылған эпитафиялар. Волга буйы Болғары составына туғандаш төрки ҡәбиләләр һәм башҡа структуралы телле ҡәбиләләрҙең (фин-уғыр телдәре, славян телдәре) инеүе 12 б. болғар диалектынан өҫтөн торған койне формалашыуына килтерә. Уның яҙма формаһы Урал-Волга буйы төрки теленең әҙәби нормаларын булдырыуҙа мөһим роль уйнай. Б.т. (атап әйткәндә, уға хас вокализм) башҡорт теленең формалашыуына йоғонто яһай.

  Әҙәб.: Ю с у п о в Г.В. Введение в булгаро-татарскую эпиграфику. М.—Л., 1960; Х а к и м з я н о в Ф.С. Язык эпитафий волжских булгар. М., 1978; P r i t s a k О. Die Bulgarische Fürstenliste und die Sprache der Protobulgaren. Wiesbaden, 1995.

 

Р.Х.Халиҡова

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: