Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРОНИЯ

Просмотров: 1008

АРОНИЯ (Aronia), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 15 төрө билдәле, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә үҫә. Ҡара А., йәки ҡара миләш, Рәсәйҙә культураға индерелгән, Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. алып үҫтерелә. 2,5 м тиклем бейеклектәге ҡыуаҡ. Япрағы ябай, бөтөн. Сәскәһе аҡ, ал төҫтә, ҡалҡан сәскәлегенә йыйылған. Май—июндә сәскә ата. Емеше — алма, овал формаһында, күк балауыҙ ҡуныҡлы ҡара, ауырлығы 2—3 г; сент. башында өлгөрә; составында шәкәр (8—10%), С (10—15 мг%), Р (1500—2000 мг%), РР, В2, В6, В9, Е витаминдары, каротиндар, органик кислоталар, тимер, марганец, йод һ.б. бар. Тиҙ емеш биреүсе, ҡышҡа сыҙамлы, һыу һәм яҡтылыҡ яратыусы үҫемлек. Сыбыҡса, тамырланған ботаҡ, ҡыуаҡты бүлеү, ялғау, ш. уҡ орлоҡ м‑н үрсетелә. Рәт эсендә 2—2,5 м аралыҡта ултырталар, рәт араһы — 3—4 м. Уртаса уңдырышлылығы — 80 ц/га (Иглин емеш питомнигы с‑зы, 1996—98). Емештәре яңы йыйылған һәм эшкәртелгән килеш ҡулланыла. Дарыу үҫемлеге. Башҡортостанда бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Әҙәб.: Щукина В.С. Черноплодная рябина. Л., 1967.

Г.Ә.Мансуров

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: