Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙМАҠ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ

Просмотров: 942

БАЙМАҠ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ, ФДУП. Башҡортостандың Урал аръяғы дала зонаһы өсөн игенселек, малсылыҡ һәм йылҡысылыҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы. Иген һәм мал аҙығы культуралары орлоҡсолоғо, ш. уҡ симменталь тоҡомло һыйыр малы һәм башҡорт атының тоҡом малдарын үрсетеү б‑са махсуслаша. 1959 й. Башҡортостан баҡыркөкөрт комбинатының ярҙамсы хужалығы нигеҙендә төҙөлә, 1999 й. алып Б.т.‑п.х., 2010 й. — “Баймаҡ” ҒПБ. Баймаҡ р‑ны Ҡуянтау а. урынлашҡан. 2010 й. 220 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 4450 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 2931 га. Иген культураларының уңдырышлылығы 34,5 ц/ га тәшкил иткән; һыйыр малы һаны — 1137 (ш. иҫ. 360 һыйыр), йылҡы — 328 (ш. иҫ. 20 спорт аты); бер һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 3635 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 450 г. Йыл һайын респ. хужалыҡтарына 100 башҡа тиклем тоҡомло йәш һыйыр малы һәм 30 баш ат һатыла. Тәж.‑производство хужалығында Урал аръяғы дала зонаһы өсөн төп а.х. культураларының агротехникаһы, баҫыуҙың ҡыҫҡа ротациялы сәсеү әйләнеше, эшкәртеүҙең тупраҡты һаҡлаусы технологияһы (ҡара: Игенселектең тупраҡ һаҡлау системаһы), айырымланған ашлама ҡулланыу системаһы; боғаралы һәм һуғарыулы мал аҙығы сәсеү әйләнеше уйлап табыла. Һарыҡсылыҡтың продуктлылығын күтәреү алымдары, Башҡортостандың Урал аръяғы шарттарына ярашлы өйөр йылҡысылығы системаһы, тәбиғи битләү сабынлыҡтары һәм көтөүлектәре һөҙөмтәлелеген арттырыу ысулдары уйлап табыла. Тәж.‑производство хужалығы м‑н Т.И.Кейекбаев, Г.Н.Лысак, Х.Ҡ.Хәсәнов, С.Ә.Әбдрәшитов эшмәкәрлеге бәйле.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019