Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘБДРӘШИТОВ Сабур Әбдрәшит улы

Просмотров: 1593

ӘБДРӘШИТОВ Сабур Әбдрәшит улы [14.10.1925, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Йүкәлекүл а. (БР‑ҙың Ҡыйғы районы) — 25.5.1995, Өфө ҡ.], агрохимик. Биология фәндәре кандидаты (1958). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Үзбәк университетын тамамлаған (Сәмәрҡәнд ҡ., 1954). 1958—91 йй. Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы ҒТИ‑нда эшләй: 1965 й. алып лаборатория мөдире, 1981—90 йй. бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре тупраҡтың уңдырышлылығын, мал аҙығы һәм иген культураларының уңдырышлылығын һәм сифатын арттырыу проблемаларына арналған. Ә. тарафынан БР‑ҙың ауыл хужалығы зоналары буйынса минераль ашламаларҙы ҡулланыу системаһы эшләнгән. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985).

 Х е ҙ м.: Научно обоснованные системы земледелия по зонам Башкирской АССР на 1981—1985 гг. Уфа, 1982 (авторҙ.).

М.Ҡ.Харисов

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.07.2023