Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАУ ОКРУГТАРЫ

Просмотров: 950

ТАУ ОКРУГТАРЫ, Рәсәйҙә 19 б. тау ведомствоһының тау сәнәғәте пр‑тиелары урынлашҡан адм.‑терр. берәмеге; 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында уның составына тик шәхси тау сәнәғәте пр‑тиелары ингән. Тау өлкәләренә ҡарағандар (ҡара: Уралтау өлкәһе). Заводтарҙы, рудниктарҙы, приискыларҙы, урмандарҙы һ.б. ерҙәрҙе, 1861 й. тиклем завод буйһоноуында булған эшсе көстө үҙ эсенә алған. Т.о. м‑н етәкселек итер өсөн тау идаралары төҙөлгән (ҡара: Уралтау идаралығы). 1806 й. “Тау положениеһы проектына” ярашлы, 5 Т.о. булдырылған: 1‑сеһе — Урал һырты, 2‑сеһе — Мәскәү аръяғы, 3‑сөһө — Олонецк һәм Луганск, 4‑сеһе — Грузин, 5‑сеһе Поляк з‑дтарын үҙ эсенә алған. 1813 й. алып Златоуст з‑дтарының Т.о. булған, уның нигеҙендә 19 б. аҙ. Златоуст тау сәнәғәте округы төҙөлгән (ҡара: Тау сәнәғәте округтары); 1828 й. башлап Колыван-Воскресенск з‑дтарының, 1830 й. — Нерчинск Т.о. ойошторолған. 19 б. 2‑се ярт. Башҡортостандағы шәхси заводтар Архангел (Архангел баҡыр иретеү заводы), Белорет (Белоретзаводы, Тирлән заводы), Благовещен (Благовещен заводы), Богоявленск (Богоявленск заводы), Верхотор (Верхотор заводы), Воскресенка (Воскресенка заводы), Егәҙе (Егәҙе заводы), Иван-Павловка (Иван-Павловка заводы), Инйәр (Инйәр заводы, Лапышты заводы), Йоҡ-Кама [Йоҡ-Кама заводы, Варвара, Михайловск (Мәтеле) з‑дтары], Йүрүҙән (Йүрүҙән- Ивановка заводы, Мең заводы), Кнауф [Йоҡ (Кнауф) заводы, Биҙәр заводы, Ирген заводтары, Һарына заводтары], Ҡағы (Ҡағы заводы, Үҙән заводы), Ҡананикольск (Ҡананикольск заводы), Ҡытау (Ҡытау-Ивановка заводы, Ҡытаутамаҡ заводы), Ҡыштым (Ҡыштым заводтары, Кәҫле заводы, Наҙы-Петровск заводы, Шәмәхә з‑ды), Ләмәҙ (Ләмәҙ заводы), Никольск (Никольск заводы), Ольга (Уй заводы, Шәрмәйет заводы), Өпәле (Өпәле заводтары, Суховяз з‑ды), Преображенск (Преображенск заводы), Рождественск (Рождественск заводтары), Рәүҙе (Рәүҙе заводы, Бисерт заводы, Баранов, Мариинз‑дтары), Соҡсон (Соҡсон заводы, Ашап заводы, Бым заводы, Камбарка заводы, Тиса заводы, Молеб, Утка, Шакваз‑дтары), Сысәрт (Сысәрт заводтары, Ялан заводы, Ильинз‑ды, Төньяҡ заводы), Таналыҡ-Баймаҡ (Таналыҡ-Баймаҡ заводы), Троицк (Үрге Троицк заводы, Түбәнге Троицк заводы, Өҫән-Ивановка заводы), Һирге (Һирге заводтары, Әтек заводы, Козин һәм Михаил з‑дтары), Шылва (Шылва заводы), Эҫем (Эҫем заводтары, Әшә-Балашов заводы, Минйәр заводы, Николаевка заводы), Әүжән-Петровск (Әүжән-Петровск заводтары) Т.о. берләштерелгән.

Әҙәб.: История Урала в период капитализма. М., 1990; КулбахтинН.М. Горнозаводская промышленность Башкортостана в XVIII веке. Уфа, 2000; МударисовР.З. Промышленность Южного Урала в первой половине ХIХвека (1801—1861). Уфа, 2003.

Н.М.Ҡолбахтин, Р.З.Мөҙәрисов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: