Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОММЕРЦИЯ БАНКЫҺЫ

Просмотров: 1056

КОММЕРЦИЯ БАНКЫҺЫ, коммерция нигеҙендә банк операцияларын һәм килешеүҙәрен башҡарыусы финанс-кредит учреждениеһы; банк системаһының түбәнге кимәле элементы (ҡара: Банкылар). К.б. пай һәм акциялар башланғысында ойошторола ала; устав капиталын төҙөү ысулы б‑са (дәүләт, сит ил капиталы ҡатнашлығында, берлектәге, кооператив һ.б.); билдәле бер тармаҡҡа махсуслашыуы б‑са (агробанкылар, сәнәғәт банкылары, төҙөлөш банкылары, сауҙа банкылары һ.б.); эшмәкәрлек итеү характеры б‑са (универсаль, махсуслаштырылған: һаҡлыҡ, инвестиция, ипотека, инновация, клиринг һ.б.) айырыла. К.б. операциялары һәм килешеүҙәренең төп төрҙәре: депозиттар (керемдәр) ҡабул итеү, иҫәп асыу һәм алып барыу, физик һәм юридик шәхестәрҙе иҫәп-хисап һәм касса аша хеҙмәтләндереү; ҡулаҡсаһыҙ иҫәп-хисап; пр‑тиеларға ҡыҫҡа һәм оҙайлы ваҡытҡа кредит, халыҡҡа ҡулланыу өсөн ссудалар биреү, банк-ара кредиттар бирешеү; ҡиммәтле ҡағыҙҙар, аҫыл металдар, сит ил валютаһы м‑н операциялар; банк гарантиялары, өҫкә яуаплылыҡ алыу ҡағыҙҙарын биреү; аҡса м‑н ышаныслы идара итеү; лизинг операциялары; мәғлүмәт һәм консультация хеҙмәттәре һ.б. РФ терр‑яһында бөтә банк операциялары һумдарҙа, РФ Үҙәк банкыһының тейешле лицензияһы булғанда — сит ил валютаһында башҡарыла. 2011 й. ҡарата респ. 11 К.б. (“Альфа-Банк-Башҡортостан”, “Башинвестбанк”, “Башкомснаббанк”, “Башпромбанк”, “ИнвестКапиталБанк”, “Минең Банк. Ипотека”, “ПромТрансБанк”, “Социнвестбанк”, Төбәк үҫеш банкыһы, “Түләү системалары”, “УралКапиталБанк”) теркәлгән, ш. иҫ. пай башланғысында 2 банк (ЯСЙ формаһында), 9 акционерҙар банкыһы; бөтә банкыларҙың да сит ил валютаһы м‑н, 1‑һенең — аҫыл металдар м‑н опера- циялар эшләүгә, 3‑һөнөң — генераль лицензияһы бар. 2011 й. аҙ. К.б. түләнгән устав капиталы 4,5 млрд һумға еткән; респ. банк секторының йыйылма балансы активтары 72,5 млрд һум, ш. иҫ. респ. иҡтисадына һалынған кредит өлөшө 62,2%, ҡиммәтле ҡағыҙҙарға — 13,3% тәшкил иткән. Респ. банк секторының йыйылма балансы пассивтары структураһында клиенттар иҫәбендәге аҡса 53,0 млрд һум, ш. иҫ. халыҡ һалған аҡса — 34,5 млрд һум; башҡа банкыларҙан алынған кредиттар 7,2 млрд һум булған.

И.Р.Кощегулова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: