Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАРСУКОВ Анатолий Иванович

Просмотров: 1262

БАРСУКОВ Анатолий Иванович (12.11.1931, Ырымбур ҡ. — 27.2.2016, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР транспортының атҡ. хеҙм‑ре (1991). Бөтә союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин‑тын тамамлаған (1976). 1948 й. алып “Россовхозавтотранс” Чкалов автобазаһы водителе, 1954 й. башлап 11‑се Күмертау автоконтораһы өлкән механигы, 1955 й. — 1518‑се автоколоннаның баш инженеры, 1959 й. — нач., 1973 й. — “Башавтотранс” пр‑тиеһы баш инженеры, 1978 й. — нач., 1988 й. алып ген. дир., 1999 й. башлап Ветерандар советы рәйесе. Б. эшләгән осорҙа пр‑тиела автомобилдә ташыу һөҙөмтәлелеге күтәрелә; уның етәкс. автомобиль транспортында контейнер м‑н ташыу индерелә. РФ ЮС‑ының 12‑се, БАССР ЮС‑ының 9—11‑се, БР ЮС‑ының 12‑се, БР Дәүләт Йыйылышының 1‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), Окт. Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Халыҡтар дуҫлығы (1981) орд. м‑н бүләкләнгән.

Л.А.Никулина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: