Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН ТРОЛЛЕЙБУС ЗАВОДЫ

Просмотров: 1388

БАШҠОРТОСТАН ТРОЛЛЕЙБУС ЗАВОДЫ, ААЙ. Троллейбустар һәм уларға комплектлау деталдәре етештергән, троллейбустарға капиталь ремонт үткәргән. Өфө ҡ. урынлашҡан. Составына троллейбустар йыйыу, кузовтар етештереү, механика, энергетика-механика, инструмент һәм транспорт цехтары ингән. 2010 й. 205 кеше эшләгән. 1998 й. тәүге троллейбус сығарылған, 2011 й. ҡарата 4 модель (7 модификация) етештереү үҙләштерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған, яҡын сит илдәргә сығарылған.

 1968 й. нигеҙ һалына, 1980 й. Өфө трамвай-троллейбус ремонтлау заводы булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1993 й. алып муниципаль предприятие, 1994 й. хәҙерге статусын ала, 1999 й. алып Башҡортостан троллейбус заводы, 2017 й. ябыла.

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.05.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: