Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН ҺЫУЫТЫУ КОМБИНАТЫ

Просмотров: 519

БАШҠОРТОСТАН ҺЫУЫТЫУ КОМБИНАТЫ, сауҙа-сәнәғәт фирмаһы, ААЙ. Аҙыҡ-түлек тауарҙары (800‑гә яҡын төр) м‑н күмәртәләп сауҙа итеүҙе, туңдырма (90‑дан ашыу төр) етештереүҙе һәм һатыуҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составы: һыуытҡыс (4 мең т һыйҙырышлы), компрессорҙар эшләү, механика, энергетика (бөтәһе лә 1964 й. нигеҙләнгән), туңдырма (1994) цехтары; “Айсберг” һәм “Северное сияние” фирма магазиндары (1998, Өфө). 2004 й. 353 кеше эшләгән. Һөт һәм ит продукцияһы, туңдырылған балыҡ, шәкәр, маргарин, майонез, туңдырма һатыла.

1953 й. Главмясоторгтың (1956 й. алып Главмясорыбторг, 1957 й. — Росмясорыбторг, 1977—94 йй. Росмясомолторг) Башҡ‑н респ. контораһы булараҡ нигеҙ һалына, 1970 й. Б.һ.к. үҙгәртелә [составына Өфө күмәртә базаһы, Салауат базаһы, Шишмә һыуытҡысы (ҡара: Шишмә һыуытыу комбинаты), балыҡ з‑ды ингән], 1984 й. башлап Башҡ‑н респ. ит, май һәм һөт тауарҙарын күмәртәләп һатыу берекмәһе, 1994 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 1997 й. — ДУП, 2006 й. хәҙ. статусын ала.

Ф.С.Йыһаншин, М.Л.Шәрәфетдинов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019