Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮЛҺЕҘЛЕК

Просмотров: 914

ТҮЛҺЕҘЛЕК, өлгөргән организмдың тоҡом ҡалдырыуға һәләтһеҙ булыуы.

Кеше Т. Ҡатын‑ҡыҙ, ир‑ат Т. һәм башҡа ауырыуҙар м‑н бергә килгән Т.; тулы (уны тыуҙырған сәбәптәр бөтөрөлә алмай) һәм шартлы (сәбәптәр бөтөрөлә ала) Т. айырыла. Ҡатын‑ҡыҙ Т. беренсел (енси тормош башлағандан алып ауырға ҡалмау) һәм икенсел (бер йәки бер нисә тапҡыр йөккә уҙғандан һуң ауырға ҡалмау) төргә бүленә. Т. сәбәптәре булып бәүел‑енес системаһы ағзаларында шешеү процестары һәм шештәр булыуы, эндокрин биҙҙәр эшмәкәрлеге боҙолоуы (һимереү, күрем циклы боҙолоу һ.б.), йөклөлөктөң яһалма юл м‑н өҙөлөүе (айырыуса тәүгеһенең), организмдың анатомик үҙенсәлектәре, инфертиллек (организмдың яралғыны ҡарында йөрөтөүгә һәләтһеҙ булыуы) һ.б. тора. Диагностика өсөн ир‑аттың спермаһы, ҡатын‑ҡыҙҙың балаятҡы торбаһының үткәреүсәнлеге һ.б. тикшерелә. Т. дауалау: медикаментоз (дарыуҙар, гормонотерапия), хирургик (ир‑аттың орлоҡ венаһына операция, реконструктив‑пластик операциялар һ.б.) һәм ярҙамсы репродуктив технологиялар ысулы (экстракорпораль аталандырыу, түл күҙәнәге цитоплазмаһына сперматозоид индереү һ.б.) ҡулланыу. Ләм м‑н дауаланыу, бальнеотерапия, физиотерапия һәм психотерапия тәҡдим ителә. Иҫкәртеү: сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, аборттар һәм уларҙан һуң өҙлөгөү һанын кәметеү, енси юл аша йоҡҡан инфекцияларҙы үҙ ваҡытында диагностикалау һәм дауалау һ.б. саралар. Башҡортостанда Т. иҫкәртеү һәм дауалау б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла (Н.Н.Глебова, В.А.Кулавский, Т.И.Степанова, Ө.Р.Хәмәтйәнов). Респ. дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында Т. булғанда диагностикалауҙың (А.А.Афанасьева, С.М.Жаринова, С.Ф.Насирова, Р.Ф. Хәзиева), ике яҡлы овариоэктомиянан һуң реабилитацияның (Глебова, А.Н.Додонов), рефлексотерапияның (Н.З.Вәлиуллина, Ә.Ғ.Ящук) яңы ысулдары ҡулланыла. Респ. перинаталь үҙәгендә түлһеҙ никах, репродуктив функцияның боҙолоуы мәсьәләләре б‑са халыҡты ҡабул итеү ойошторола (Х.Ғ.Вәлиева, Л.В.Егорова, З.М.Солтанаева). “Йәшел сауҡалыҡ”, “Красноусол”, “Яҡтыкүл” һ.б. шифаханаларҙа дауаланыу тәҡдим ителә.

Мал Т. Тыумыштан (башлыса малды яҡын ҡәрҙәштәре м‑н бергә аҫрау һөҙөмтәһендә) һәм тормошта алынған, ул ваҡытлыса (бөтөрөлә торған) һәм даими (бөтөрөлмәй торған) була, төрҙәргә айырыла. Быҙаулағандан һуң тейешле ваҡыт үткәс йәки физиол. яҡтан өлгөргән (бейәләрҙә 3 йәш, таналарҙа 18 ай, бәрән һарыҡтарҙа 12 ай, сусҡаларҙа 8—9 ай тәшкил итә) орғасы малды яһалма ҡасырғандан һуң буйға уҙмаһа, ул түлһеҙ тип иҫәпләнә. Т. иркәк малдарҙа ла осрай. Ветеринар гинекологияла ш. уҡ аҙ түллелек төшөнсәһе бар, йәғни тейешле төр һәм тоҡомдағы орғасы мал килтерә алған үрсемдән аҙыраҡ үрсем килтерә. Мал Т. сәбәптәре булып енси аппарат аномалияһы йәки зәғифлеге, аҙ йәки түбән сифатлы аҙыҡ ашатыу, тәбиғи, яһалма ҡасырыуҙы хаталы ойоштороу һәм үткәреү, малды насар шарттарҙа аҫрау, бер яҡлы үтә артыҡ файҙаланыу, Т. барлыҡҡа килтергән инвазион һәм инфекцион ауырыуҙар тора. Диагноз малды клиник һәм лаб. тикшереү нигеҙендә ҡуйыла. Иҫкәртеү: ашатыу һәм аҫрауҙың зоогигиеник ҡағиҙәләрен үтәү, яһалма ҡасырыу пункттары ойоштороу, енси функцияны стимуллау һ.б. саралар. Мал Т. этиологияһын өйрәнеү һәм иҫкәртеү сараларын эшләү Аграр университетта алып барыла (О.С.Багданова, С.С.Боголюк, Н.В. Гребенькова, А.В.Долматова, И.Ф.Заянчковский, Е.Н.Сковородин, А.Н.Шутов).

Н.Н.Глебова, А.Н.Шутов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: