Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОРҺАҠ ТИФЫ

Просмотров: 1047

ҠОРҺАҠ ТИФЫ, кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы. Ауырыуҙы тыуҙырыусы — тирәяҡ мөхиттә бирешмәүсән Salmonella төркөмөндәге бактериялар. Һыу, аҙыҡ һ.б. аша ауырыуҙарҙан, бактерия йөрөтөүселәрҙән йоға. Бактериялар аш һеңдереү юлынан нәҙек эсәктең лимфа төйөндәренә үтеп инә, аҙаҡтан ҡан тамырҙары системаһына үтә, токсиндар бүлеп сығарып тарҡала. Инкубация осоро 3—25 көн (йышыраҡ 2 аҙна тирәһе) дауам итә.

Төп симптомдары: ағыуланыу, диспепсия, тиф статусы (зиһен таралыу, һаташыу, галлюцинация). 8—9‑сы көнгә түш, ҡорһаҡ тиреһендә тимгелдәр барлыҡҡа килә. Диагностика өсөн лаб. тикшеренеү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (антибак‑ териаль, симптоматик дарыуҙар һ.б.). Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: нәҙек эсәк көбөндә сей яра барлыҡҡа килеүе һәм үтә тишелеүе, эсәктән ҡан ағыу һ.б. Иҫкәртеү: йәмәғәт туҡланыуы һәм аҙыҡтүлек сәнәғәте пр‑тиеларында санитария күҙәтеүе ойоштороу, бактерия йөрөтөүселәрҙе асыҡлау һәм дауалау.

Башҡортостанда 20 б. башында Ҡ.т. эпиде‑ миялары була, улар профилактика һәм дауалау саралары ойошторолғандан һуң бөтөрөлә; 60‑сы йй. алып ауырыуҙың һирәк осраҡтары теркәлеп тора. 40—60‑сы йй. БДМИ‑ла Ҡ.т. иҫкәртеү (З.М.Вәлиуллина, Е.К.Галанина, И.В.Чернова) һәм дауалау б‑са (Р.Ф.Мөхәммәтрәхимова, Б.В.Сөләймәнов) фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә.

А.П.Мамон

Тәрж. Хәйҙәров М.М.

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: