Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДАУАХАНАЛАР

Просмотров: 1177

ДАУАХАНАЛАР, халыҡҡа стационар ярҙам, поликлиникаһы булғанда дауахананан тыш медицина ярҙамы күрһәткән дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары. Д. терр. принцип б‑са – респ. (өлкә), ҡала, үҙәк район, район, участка, линия (һыу һәм т. юл транспортында); күрһәткән хеҙмәт төрҙәре б‑са – күп профилле, махсуслаштырылған (инфекцион, офтальмология Д. һ.б.); хеҙмәтләндерелгән ауырыуҙар контингенты б‑са балалар, һуғыш ветерандары өсөн һ.б. Д. айырыла. 18 б. уртаһында Башҡортостан терр‑яһында хеҙмәтле кешеләрҙе ҡарау өсөн тәүге госпиталдәр барлыҡҡа килә. 18 б. 2‑се ярт. Үрге Троицк заводы һәм Верхотор заводы эргәһендә, идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәндән һуң Башҡорт ғәскәре ҡарамағында госпиталдәр һәм лазареттар асыла; улар ш. уҡ хәрби булмаған халыҡҡа мед. ярҙамы күрһәтә. Өфөлә Йәмғиәт ҡараулығы приказы аҡсаларына ҡала Д. (1791), аҡылдан яҙғандар йорто (1817), Бөрө, Стәрлетамаҡ (икеһе лә — 1821), Бәләбәй (1829) ҡалаларында өйәҙ Д. асыла. 1826 й. Ырымбур губернаһында 6 Д. йорто була. Өфө губернаһында тәүге ауыл Д. — 1858 й. Златоуст өйәҙе Мәсәғүт а.; башҡорттар өсөн тәүге Д. 1859 й. Өфө өйәҙе Сәлих а. асыла. 19 б. 2‑се ярт. Өфө һәм Ырымбур губ. өйәҙҙәрендә земство Д. эшләй башлай; хеҙмәт итергә табиптар урынына фельдшерҙар саҡырыла, уларға үҙ аллы дауалау хоҡуғы бирелә (ҡара: Земство медицинаһы). 1894 й. Өфө губ. 19 Д. (400 койка) иҫәпләнә, ҡайһы берҙәренең дәүләт һәм хосуси дарыуханалары була (ҡара: Һаулыҡ һаҡлау); 1913 й. — 51 (1718). 20 б. 20—30‑сы йй. Башҡортостанда Д. учреждениелары һаны күпкә арта: 1922 й. 89 Д. (3674) була, 1940 й. — 182 (8441). Бөйөк Ватан һуғышы аҙағына респ. 213 Д. (11708) эшләй, уларҙың күбеһендә эвакуация госпиталдәре урынлаштырыла. 60—80‑се йй. респ. эре Д. комплекстары (Өфөлә 6‑сы, 8‑се, 13‑сө, 21‑се клиник Д., “Авангард”, “Газпром Нефтехим Салават” пр‑тиеларының медицинасанитария бүлектәре һ.б.) төҙөлә. Үҙәк район Д. интенсив терапия һәм реанимация бүлектәре асыла. 2008 й. БР‑ҙа 177 Д. учреждениеһы эшләй, ш. иҫ. 3 респ. Д.: Республика балалар клиник дауаханаһы, Республика клиник дауаханаһы, Республика клиник дауаханаһы №2; 23 ҡала, 5 балалар ҡала Д., 53 үҙәк район һәм 5 район Д.; һуғыш ветерандары өсөн 2 госпиталь; ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы; 2 психиатрия дауаханаһы; ҒТИ‑ларҙың һәм вуздарҙың 3 клиникаһы; 2 инфекцион, 1 туберкулёздан дауаланыусылар Д.; 9 шәфҡәт туташы хеҙмәте Д.; 6 бала табыу йорто; Респ. перинаталь үҙәге; 68 ауыл участкаД. һ.б.

Әҙәб.: Веселовский Б.Б. История земства за сорок лет: в 4 т. СПб., 1909—1911; Лукманов С.З. Развитие здравоохранения Башкирской АССР. Уфа, 1958.

А.У.Кинйәбулатов, М.С.Сафин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: