Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОТОРОУ АУЫРЫУЫ

Просмотров: 1193

ҠОТОРОУ АУЫРЫУЫ, кеше һәм хайуандарҙың үҙәк нервы системаһын зарарлаған тәбиғи сығанаҡлы киҫкен инфекцион ауырыу. Ҡ.а. тыуҙырыусы — Rhabdoviridae ғаиләһенә ҡараған вирус.

Кешеләге Ҡ.а. Ауырыған хайуандар аша (тешләнгәндә, йәрәхәтләнгән тирегә, ауыҙҙың, күҙҙең, танауҙың лайлалы тиресәһенә һеләгәй эләккәндә) йоға. Вирус нервы көпшәһе аша тарала, баш һәм арҡа мейеһенә үтеп инеп, шеш барлыҡҡа килтерә. Инкубация осоро уртаса 10—55 көн (2 йылға тиклем) дауам итә, тешләнгән урын, йәрәхәттең тәрәнлеге һәм бәләгә тарыған кешенең йәшенә бәйле. Төп билдәләре: тешләнгән ерҙең ауыртыуы, ҡысытыуы, күңел төшөнкөлөгө, сәбәпһеҙ шомланыу, йоҡо ҡасыу; һуңғараҡ гидрофобия (һыу эсергә ынтылғанда йә ниәтләнгәндә ҡурылдай һәм йотҡолоҡ мускулдарының тартышыуы) һәм аэрофобия (ел өргәндә көҙән йыйырыу) м‑н характерланған ярһыу стадияһы үҫеш ала; күреү һәм ишетеү галлюцинациялары, аяҡ‑ҡул, тел һәм йөҙ мускулдары параличы барлыҡҡа килә; паралитик стадияла, параличтарҙан тыш, күпләп шайыҡ бүленеүе күҙәтелә һәм хәл еңеләй‑ гән кеүек тойола. Ауырыу 3—7 көн дауам итә, үлем м‑н тамамлана. Диагностика өсөн эпидемиологик анамнез, клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре файҙаланыла (нервы күҙәнәктәренең цитоплазмаһында Бабеш—Негри атамалы специфик тәнсәләр барлыҡҡа килеүе иң мөһим билдә булып тора). Дауалауҙың әлегә тиклем эффектив ысулдары эшләнелмәгән. Профилактика өсөн тешләнгән урынды һабынлы һыу м‑н йыуырға, шунан йод иретмәһе м‑н эшкәртергә һәм тиҙ генә (бер нисә сәғәт эсендә) вакцинация үткәрергә кәрәк (антирабик иммуноглобулин индереү ауырыуҙы алдан иҫкәртеүҙең берҙән‑бер сараһы булып тора). БР‑ҙа антирабик вакциналарҙы “Иммунопрепарат” пр‑тиеһының антирабик лаб. етештерәләр (С.С.Гильдина, А.В.Дулина, Д.В.Крутилина, В.М.Морогова, Н.А. Поспеева, Р.С.Шәфиева), 1976 й. — культураль антирабик вакцина (КАВ), 1988 й. таҙартылған ҡуйы КАВ етештерелә башлай.

Хайуандарҙағы Ҡ.а. Ҡ.а. вирусына төлкө, бүре, бесәй, һыйыр малы, эт, һарыҡ, кәзә, йылҡы — нығыраҡ, ҡоштар аҙыраҡ бирешеүсән. Вирусты һеләгәй м‑н бергә бүлеп сығарып, тешләгәндә йоҡтороусы хайуандар ауырыу сығанағы булып тора. Инкуба‑ ция осоро бер нисә тәүлектән бер йылға тиклем (уртаса 3—6 аҙна) дауам итә. Төп билдәләре: үтә ярһыусанлыҡ, ашарға ярамағанды ашау теләге, агрессивлыҡ, күпләп һеләгәй ағыу, параличтар. Һулыш мускулдары параличы үлемгә килтерә. Ҡ.а. диагностикалауҙа эпизоотологик, клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау уҙғарылмай. Иҫкәртеү: эттәрҙе теркәп барыу һәм йыл һайын вакцинация үткәреү, хужаһыҙ эт һәм бесәйҙәрҙе юҡ итеү, көтөүлектәрҙә, фермаларҙа а.х. малдарын ҡырағай йыртҡыстар һөжүменән һаҡлау һ.б. Кешене тешләгән хайуанды айырып тоталар (10 тәүлек эсендә унда Ҡ. билдәләре булмаһа, кешегә ауырыу йоҡмаған, тип уйларға нигеҙ бар). Ағыуланған хайуандарҙы тиҙ арала юҡ итәләр, үләкһәләрен яндыралар. Ауырыу асыҡланғанда, халыҡ йәшәгән ерҙәр һәм хужалыҡтар хәүефле тип билдәләнә. Хәүефле хайуандар даими күҙәтеү аҫтында була (тәүлегенә 3 тапҡыр ветеринар тикшереү үткәрәләр). Башҡортостанда 2009 й. — 380, 2010 й. — 310, 2011 й. 85 ауырыу осрағы теркәлгән. БР‑ҙа Ҡ.а. эпизоотологияһын тикшереү һәм диагностикалау ысулдарын эшләү м‑н М.С.Ғайсаров, Ш.А.Тәтегәсов, С.Р.Янбарисова һ.б. шөғөлләнгән.

И.Ф.Әбсәләмов, Р.С.Солтанов, Ғ.З.Хазиев

Тәрж. М.М.Хәйҙәров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: