Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЕВОДА ИДАРАЛЫҒЫ

Просмотров: 1585

ВОЕВОДА ИДАРАЛЫҒЫ, Рәсәйҙә өйәҙҙә (ҡала йәки өйәҙ идаралығы; 16 б. уртаһы — 1708 й.) һәм провинцияла (провинция идаралығы; 1719—75 йй.) урындағы идара органдары системаһы. В.и. воеводанан, хәрби (объезжийҙар һәм стрелецтарҙың башлыҡтары, сотниктар) һәм граждан (воевода урынбаҫары, дьяктар, подьячийҙар, тылмастар, тәржемәселәр, яһаҡ йыйыусылар, целоваль‑ никтар, таможня башлыҡтары һ.б.) вазифалы кешеләрҙән торған. В.и. ҡалала һәм өйәҙҙә бөтә адм. һәм хәр‑ би башҡарма власты үҙендә туплаған. Башҡортостанда В.и., Өфөгә нигеҙ һалынып, Өфө өйәҙе ойошто‑ ролғас индерелә; Разряд приказы һәм Ҡазан һарайы приказына буйһона. Өфө приказ йорто идаралыҡтың төп органы була. Төньяҡ‑көнсығыш һәм көнсығыш Башҡортостандың халҡы — Разряд һәм Себер приказдарына буйһонған Верхотур һәм Чердынск өйәҙе, көнсығышта Тубыл һәм Төмән өйәҙе В.и. ҡарамағында була. 1708 й. губерналарға бүлеү индерелгәс, В.и. губерна идаралығының түбәнге звеноһы булып һаҡланып ҡала. 1719 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1712—15 йй.) Өфө провинцияһы ойошторолғас — Сенат (формаль рәүештә 1728 й. тиклем Ҡазан губернаторы), 1735—40 йй. — Башҡорт эштәре комиссияһы һәм Ырымбур комиссияһы [ҡара: Ырымбур экспедицияһы (1734—44)] нач., 1744 й. Ырымбур губернаторы ҡарамағындағы провинция В.и. барлыҡҡа килә. Өфө провинция канцелярияһы төп идаралыҡ органы була. 1737 й. Исәт провинцияһы барлыҡҡа килгәс, Исәт провинция канцелярияһы төҙөлә. Төбәктең сик буйында урынлашыуы һәм Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттары В.и. үҙенсәлектәрен [хәрби һәм дипломатик функцияларҙың гражданлыҡ функцияларынан өҫтөнөрәк булыуы, башҡорттарҙа үҙидара органдарының һаҡланып ҡалыуы (ҡара: Йыйын, Ҡоролтай)] барлыҡҡа килтерә.

Әҙәб.: Воевода” мәҡ. ҡарағыҙ.

В.Н.Моратова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: