Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БҮЛЕНДЕК АУЫЛ

Просмотров: 1019

БҮЛЕНДЕК АУЫЛ, Рәсәйҙә ҙурыраҡ ауылдан бүленеп сыҡҡан торама. Б.а. төп өлөшө 19 б. барлыҡҡа килә: ауылда [нигеҙҙә, этник яҡтан ҡатнаш, башҡорт (ҡара: Ауыл) һәм урыҫ] халыҡ һаны артҡас, унда йәшәүселәрҙең бер өлөшө Б.а. айырылып сыҡҡан. Б.а. тәүге төпләнеүсе исеме бирелгән йәки “Яңы”, “Үрге”, “Түбәнге” һ.б. өҫтәмәләр м‑н төп исеме һаҡланған. Ҙур төп ауыл тирәләй туғандаш ауылдар уратып ултырған. Б.а. барлыҡҡа килеүенә ауыл йәмғиәтенең соц.-иҡт. йәһәттән ҡатламдарға айырылыуы, общинала ер биләү һәм ерҙе файҙаланыу күренештәренең ҡаҡшауы, крепостной хоҡуҡты бөтөрөү (ҡара: Крәҫтиән реформаһы) булышлыҡ итә. Б.а., нигеҙҙә, ныҡлы крәҫтиән хужалыҡтары айырылып сыҡҡан. Күскенселәр (ҡара: Күскенселек хәрәкәте) төпкөл община биләмәләрендә, аҫаба башҡорттарҙан, дәүләттән ҡуртымға йәки һатып алған ерҙәрҙә Б.а. нигеҙ һалған. Төньяҡ-көнсығыш Башҡортостандың электән йәшәүсе урыҫ халҡына хас булған. Шулай уҡ Б.а. күпләп барлыҡҡа килеүенә башҡорттарҙың аҫаба ерҙәре м‑н һатыу итеүгә рөхсәт (1882 й. 15 июнендәге “Буш ятҡан башҡорт аҫаба ерҙәрен һатыу тәртибе тураһында” указ; 1898 й. 20 апр. “Башҡорт дайсаларын ыҙанлау тураһында положение” һ.б.) биреү булышлыҡ итә. Өфө губернаһында 1865 й. 36 Б.а. иҫәпләнгән, шуның 25‑е — Бөрө өйәҙендә, 6‑һы — Златоуст өйәҙендә, 2‑һе — Минзәлә өйәҙендә, 1‑һе — Стәрлетамаҡ өйәҙендә, 2‑һе — Өфө өйәҙендә; 1896 й. — 160, шуның 3‑һө — Бәләбәй өйәҙендә, 86‑һы — Бөрө өйәҙендә, 43‑ө — Златоуст өйәҙендә, 10‑ы — Минзәлә өйәҙендә, 6‑һы — Стәрлетамаҡ өйәҙендә, 12‑һе — Өфө өйәҙендә. Ырымбур губернаһында 1866 й. 182 Б.а. иҫәпләнгән, шуның 13‑ө — Верхнеурал өйәҙендә, 6‑һы — Ырымбур өйәҙендә, 6‑һы — Орск өйәҙендә, 63‑ө — Троицк өйәҙендә, 94‑е — Силәбе өйәҙендә; 1891 й. — 25 Б.а., шуның 3‑һө — Ырымбур өйәҙендә, 22‑һе — Троицк өйәҙендә. 1926 й. БАССР‑ҙа 136 Б.а. булған, ш. иҫ. Бөрө кантонында — 75, Өфө кантонында — 54, Бәләбәй кантонында — 3, Стәрлетамаҡ кантонында — 2, Йылайыр кантонында һәм Мәсәғүт кантонында — 1‑әр. Ваҡыт үтеү м‑н, айырым Б.а. үҫеп, ҙур ауылға әйләнгән, башҡалары эрерәк ауылдарға ҡушылған йәки юҡҡа сыҡҡан. Ҡайһы бер хәҙ. ауылдар Б.а. булараҡ барлыҡҡа килгән, улар араһында Борай р‑нының Айыт, Балаҡатай р‑нының Айғыръял, Тәтешле р‑нының Ауыҡ-Бүләк, Йылайыр р‑нының Байғужа, Әлшәй р‑нының Баязит, Яңауыл р‑нының Түбәнге Сат башҡ. ауылдары; Благовар р‑нының Әхмәт, Дүртөйлө р‑нының Барғыҙбаш, Благовар р‑нының Бәрҫеүән, Архангел р‑нының Яңы Шәрәй татар ауылдары; Бәләбәй р‑нының Аҡҡайын, Ҡалтасы р‑нының Түбәнге Ҡасмаш мари ауылдары; Балаҡатай р‑нының Түбәнге Исҡуш урыҫ ауылы бар.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: