Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘШТИ ҠЫПСАҠ

Просмотров: 1416

ДӘШТИ ҠЫПСАҠ, Дәшти, Ҡыпсаҡ далаһы, ҡыпсаҡ ҡәбиләләре берләшмәһенә ингән төрки ҡәбиләләр йәшәгән тарихи-географик өлкәнең 11—15 бб. сығанаҡтарында атап йөрөтөлгән исеме. “Дәшти Ҡыпсаҡ” терминын тәүгеләрҙән булып 11 б. фарсы авторы Насир Хөсрәү Арал буйынан алып Карпатҡа тиклем аралағы далаларға ҡарата ҡуллана. 11—13 бб. көнбайышта Дунай й. алып көнсығышта Иртыш й. тиклем Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы, Азов буйы, Каспий буйы һәм Арал буйы далаларын (Бөйөк далалар теҙмәһе) үҙ эсенә алған. Көнсығыш (Ҡара, йәки Бөйөк, Кумания) һәм көнбайыш (Аҡ Кумания) өлөштәргә бүленгән. Байтаҡ тикшеренеүселәр билдәләүенсә, Д.Ҡ. территорияһында ҡыпсаҡ ҡәбиләләренең төп 5 хәрби-сәйәси берләшмәһе (урҙаһы) айырылып торған: Алтай‑Себер, Ҡаҙағстан‑Урал буйы, Дон буйы, Днепр, Дунай берләшмәләре. Д.Ҡ. составына Көньяҡ Урал, Урал буйы һәм Урал аръяғының (ҡара: Башҡортостан) дала райондары ингән. 13 б. 30‑сы йй. аҙағында — 40‑сы йй. башында Д.Ҡ. монголдар яулап ала һәм ул Алтын Урҙа составына инә. 14—15 бб. “Дәшти Ҡыпсаҡ” исеме Алтын Урҙа, 16—18 бб. Ҡаҙағстан территорияһына ҡарата ҡулланыла.

 Әҙәб.: Ф ё д о р о в-Д а в ы д о в Г.А. Кочевники восточной Европы под властью золотоордынских ханов. М., 1966; И в а н о в В.А., К р и г е р В.А. Курганы кыпчакского времени на Южном Урале (XII — XIV вв.). М., 1988; П л е т н ё в а С.А. Половцы. М., 1990.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.08.2023