Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛТЫН УРҘА

Просмотров: 3280

АЛТЫН УРҘА, Жуси улусы, 13 б. 2‑се сиреге — 15 б. уртаһында көнбайышта Түбәнге Дунайҙан алып көнсығышта Иртыш й. басс. тиклем, көньяҡта Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәренән һәм Балхаш күленән алып төньяҡта Новгород ерҙәренә тиклем терр‑ялағы дәүләт. Монголдарҙың яулап алыу походтары һөҙөмтәһендә Батый хан тарафынан төҙөлә (ҡара: Монгол империяһы). Баш ҡалалары: Болғар, 13 б. 2‑се ярт. алып — Һарай әл‑Мәхрүсә (Һарай-Батыу), 14 б. 1‑се ярт. — Һарай әл‑Йәдит (Һарай-Бәрәкә). Дәүләт м‑н Сыңғыҙхан нәҫеле ырыуынан ҡоролтай һайлап ҡуйған хан (юғары власҡа эйә була, бөтә ерҙәрҙең милексеһе һәм хужаһы һанала) идара итә. Дәүләт дине — ислам. Рәсми теле — төрки. Дәүләт ҡоролошо ярым хәрби характерҙа була. Терр‑я уң (Аҡ Урҙа) һәм һул (Күк Урҙа) ҡанаттарға, ш. уҡ улустарға һәм уделдарға (төмәндәр, меңдәр, йөҙҙәр һ.б.) бүленә. Улустар башында әмирҙәр тора, уделдарҙыҡында — төмәндәр, мең баштары, йөҙ баштары һ.б. Мөһим вазифаларҙы идара итеүсе династия ағзалары һәм уделдарға эйә булған, ғәскәр башында торған А.У. аҡһөйәктәренең эре вәкилдәре (бәктәр, нойондар, әмирҙәр) биләй. Ҡалаларға һәм өлкәләргә төп бурыстары һалым һәм яһаҡ йыйыу булған даруғалар һәм хәрби отрядтар башында тороусы баҫҡаҡтар ебәрелә. Күсмә малсылыҡ, игенселек, балыҡсылыҡ һәм һунарсылыҡ төп хужалыҡ тармаҡтары була. Балсыҡтан әйберҙәр яһау һәм зәргәрлек һөнәрселеге, ағас эшкәртеү, тимер металлургияһы, быяла эшләү үҫешә. Европа, Яҡын һәм Урта Көнсығыш илдәре м‑н сауҙа‑иҡт. бәйләнештәр тота (ҡара: Каруан сауҙа юлдары). А.У. иген, тире, күн әйберҙәр, мал сығарыла, зиннәтле әйберҙәр, туҡымалар, тәмләткестәр һ.б. индерелә. Архитектура үҫешә: ҡалаларҙа таш һәм кирбес йорттар, мәсеттәр һ.б. төҙөлә. А.У. 150‑нән ашыу ҡала (иң ҙурҙары — Узак, Башҡорт, Болғар, Дәрбәнт, Көфә, Мажар, Мухша, Үргәнч, Чинк-Тура) иҫәпләнә. А.У. халҡы ҡалдырған археологик ҡомартҡыларға Аҙнай ҡәберлеге, Байғусҡар ҡурғаны II, Берек-Алға торағы, ш. уҡ Оло Әбеш хазинаһы, Түбәнге Хәжәт хазинаһы һ.б. ҡарай.

Башҡорттар А.У. 2 улусы (улар араһындағы сик Урал й. буйлап үтә) составына инә. Урал буйы башҡорттары — Батый хан, Урал аръяғыныҡы Шибани хан улусында була. Башҡорттарға яһаҡ һалына, улар хәрби (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте), юл, почта, күпер төҙөү һ.б. йөкләмәләр үтәй. 14 б. 2‑се ярт. Башҡортостанда бер нисә һуғыш була, уларҙың иң ҙурҙарының береһе булып 1391 й. июнендә Ҡондорса й. (Волга й. басс.) буйында Туҡтамыш һәм Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәре араһындағы һуғыш иҫәпләнә. Башҡ. ҡәбиләләре һәм ырыуҙарының А.У. составына инеү осоро башҡ. фольклорының бер нисә ҡомартҡыһында — “Бөрйәндәр хан замандарында”, “Биксура”, “Бошман-Ҡыпсаҡ батыр” һ.б. легенда һәм риүәйәттәрҙә  сағыла. А.У. айырыуса билдәле хандары: Батый (1236—43), Мәңгү-Тимур (1266—82), Үзбәк (1313—42), Йәнебәк (1342—57), Туҡтамыш (1380—90), Иҙеүкәй (1399—1410/12). 15 б. уртаһында А.У. тарҡала, Башҡортостан Нуғай Урҙаһы, Себер ханлығы һәм Ҡазан ханлығы араһында бүлгеләнә.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар. Өфө, 1980; Фёдоров‑Давыдов Г.А. Общественный строй Золотой Орды. М., 1973; Егоров В.Е. Историческая география Золотой Орды в XIII — XIV вв. М., 1985.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.08.2023