Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАРНИЗОНДАР

Просмотров: 1453

ГАРНИЗОНДАР (франц. garnison), торама пункттарҙа, ҡәлғәләрҙә һәм айырым райондарҙа урынлашҡан хәрби частар, учреждениелар һәм уҡыу йорттары. 18 б. башына тиклем — Көньяҡ Урал һәм Урал яны ҡалалары һәм ҡәлғәләре Г. ҡала (полк) һәм станица (ҡарауыл) ғәскәрҙәренең, 1716 й. алып — ялан (пехота, кавалерия, артиллерия һәм инженерҙар ғәскәрҙәре), урындағы (гарнизон ғәскәрҙәре, ландмилиция) һәм иррегуляр ғәскәрҙәрҙең, 19 б. 2‑се сирегенән — хәрәкәттәге (сик), урындағы һәм ярҙамсы ғәскәрҙәрҙең, 19 б. һуңғы сирегенән — ялан, тыл (ҡәлғә, резервтағы һәм урындағы), запас (һуғыш ваҡытында), ярҙамсы (жандармерия, өйрәтеү һ.б.), иррегуляр ғәскәрҙәрҙең һәм дәүләт ополчениеһының (ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә), революциянан (1917) һуң РККА‑ның, Совет Армияһының һәм Рәсәй армияһының төрлө тармаҡтары һәм төрҙәренең ҡораллы формированиеларын тәшкил итәләр. 1796 й. башлап — Г. тәшкил итеүсе ҡораллы формированиелар Ырымбур инспекцияһы составына, 1808 й. — 23‑сө (1811 й. алып 28‑се, 1813 й. — 29‑сы) пехота див., 1819 й. — Ырымбур айырым корпусына, 1864 й. — Ырымбур крайы ғәскәрҙәренә, 1865 й. башлап хәрби округтарға инә. Г. нач. төбәктең хәрби адм. башлығына (воеводаға, губернаторға, наместникка, хәрби губернаторға, ген.‑губернаторға, хәрби округ ғәскәрҙәре командующийына, хәрби комиссарға һ.б.) буйһона. 18 б. уртаһына тиклем Көньяҡ Уралда — Өфө (Урал-Волга буйында кеше һаны б‑са ул Ҡазан һәм Әстерхан Г. ғына ҡалышҡан), 18 б. уртаһында — 20 б. 1‑се сирегендә Ырымбур Г. төп Г. була. 16 б. алып төбәк ҡалалары, ҡәлғәләре һәм нығытмалары Г. башлыса хеҙмәтле кешеләрҙән йыйылған дворян һәм стрелец роталары, казак сотнялары инә. 1736 й. башлап Ырымбур һәм Өфө Г. нигеҙен Ырымбур гарнизон полкы, Ырымбур һәм Өфө гарнизон драгун полктары тәшкил итә. 1764 й. Ырымбур гарнизон полкы 4 Ырымбур сик буйы батальонына таратыла, Ырымбур һәм Өфө гарнизон драгун полктары ялан драгун полктарына үҙгәртелеп, һәм 1769 й. Мәскәү легионы составына тапшырыла. 1768 й. алып Ырымбур һәм Өфө Г. штаттағы роталар, башҡа ҡалалар һәм ҡала яны Г. штаттағы командалар инә. 1770 й. Ставрополь гарнизон батальоны (Гурьев-Яйыҡ гарнизон батальоны нигеҙендә) ойошторола, 1771 й. Үрге Яйыҡ (1775 й. алып Верхнеурал), Звериноголовск, Ҡыҙыл, Озерный (1797 й. алып Орск) һәм Троицк гарнизон батальондары төҙөлә. 1797 й. гарнизон полктары итеп үҙгәртеләләр; 4 Ырымбур гарнизон батальоны нигеҙендә Ырымбур гарнизон полкы ойошторола. 1777 й. — 3 Ырымбур (башта Ырымбур, Ставрополь һәм Өфө) казак полкы, 1791 й. Өфө казак полкы (1798 й. 2 типтәр полкына бүленә) төҙөлә. 1796 й. Екатеринбург пехота полкы, Рыльск пехота полкы һәм Өфө пехота полкы ойошторола. 1800 й. мартында Ырымбур гарнизон полкы Воронеж һәм Тамбов гарнизон батальондарының личный составы иҫәбенә тулыландырыла һәм ген.‑лейт. Н.П.Лебедевтың гарнизон полкы итеп үҙгәртелә; Звериноголовск, Ҡыҙыл, Орск һәм Һарытау гарнизон полктары — ген.‑майор Г.Г.Гогелдең (дек. алып ген.‑майор Н.Ф.Корфтың) гарнизон полкына, Верхнеурал, Петровск, Семипалатинск һәм Троицк гарнизон полктары ген.‑майор И.Я.Лютовтың (июндән – полк. Ф.И.Гессе, июлдән – полк. Сенденгорст, сент. — полк. Путилов, нояб. — ген.‑майор П.А.Цызырев, 1801 й. ген.‑майор П.А.Борщовтың) гарнизон полкына берләштерелә. 1801 й. июлендә Лебедев полкы Ырымбур гарнизон полкы итеп үҙгәртелә, Корф полкы — Звериноголовск, Ҡыҙыл, Орск (Ырымбур инспекцияһы составына инәләр) һәм Һарытау (Мәскәү инспекцияһы), Борщов полкы Верхнеурал һәм Троицк (Ырымбур инспекцияһы), Петровск һәм Семипалатинск (Себер инспекцияһы) гарнизон батальондарына таратыла. 1804 й. Өфө гарнизон һәм 4 Ырымбур сик батальоны ойошторола. 19 б. уртаһында Ырымбур крайы Г. нигеҙен 1‑се (Уральск ҡ.), 2‑се һәм 3‑сө (Ырымбур), 4‑се (Аҡ Мәсет ҡәлғәһе), 5‑се (Орск ҡәлғәһе), 6‑сы (Троицк ҡәлғәһе), 7‑се [Златоуст (Косотур) заводы], 8‑се (Екатеринбург ҡ.), 9‑сы (Богословский заводы) һәм 10‑сы (Өфө) Ырымбур сик батальондары, Башҡорт ғәскәре командалары һәм Ырымбур казак ғәскәре, Урал казак ғәскәре полктары, артиллерия, инженерҙар, жандарм подразделениелары тәшкил итә. 19 б. аҙ. — 20 б. башында батальондар полктар итеп ҙурайтыла. Беренсе донъя һуғышы йылдарында төбәк ҡалалары Г. нигеҙен Өфөләге 103‑сө, 127‑се, 144‑се, Ырымбурҙағы 104‑се, 105‑се, 331‑се, Силәбе ҡ. 109‑сы, 163‑сө, Златоуст ҡ. 128‑се, Бөгөлмә ҡ. 129‑сы, Боғорослан ҡ. 130‑сы, 169‑сы, Троицк ҡ. 131‑се, Быҙаулыҡ ҡ. 133‑с, 170‑се, Бәләбәй ҡ. 152‑се полктар итеп үҙгәртелгән запас пехота батальондары, Ырымбурҙағы 1‑се, Верхнеурал ҡ. 2‑се, Троицкиҙағы 3‑сө Ырымбур казак запас полктары тәшкил итә. Граждандар һуғышы осоронда ҡала Г. РККА‑ның (1918 й. алып), Халыҡ армияһының һәм Себер армияһының (1918 й. июнь—сент.), Рәсәй армияһының (1918 й. сент.—дек.) һәм Рус армияһының (1918 й. дек. — 1919 й. авг.) хәрби частары инә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында респ. ҡалалары Г. башлыса тыл һәм ҡораллы өйрәтеү формированиеларынан, РККА‑ның урындағы һәм эвакуацияланған хәрби уҡыу йорттарынан һәм СССР Эске эштәр ХК-ның эске ғәскәрҙәренән тора. Хәҙер БР ҡалалары һәм башҡа торама пункттары Г. 1993 й. РФ Ҡораллы Көстәренең гарнизон һәм ҡарауыл хеҙмәттәре Уставына ярашлы эшләй һәм именлекте тәьмин итеүгә һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ярҙам күрһәтеүгә булышлыҡ итә.

Б.Ә.Аҙнабаев, Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019