Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘРБИ ОКРУГТАР

Просмотров: 1187

ХӘРБИ ОКРУГТАР, дәүләтте хәрби‑адм. бүлеү берәмектәре һәм бер үк ваҡытта уның Ҡораллы көстәренең дөйөм ғәскәри оператив‑стратегик терр. берекмәләре. Башҡортостан терр‑яһында Ырымбур инспекцияһы (1796—1808) Х.о. башланғысы була. 1808 й. алып Ырымбур крайы ғәскәрҙәре дивизияны (23‑сө; 1811 й. башлап 28‑се;1813 й.— 29‑сы),1820— 64 йй. – Ырымбур айырым корпусын тәшкил итә. 1865 й. башлап Ырымбур губернаһы, Пермь губернаһы (Екатеринбург ҡ. тыш) һәм Өфө губернаһы, Ырымбур ҡырғыҙҙары өлкәһе (1868 й. алып Турғай өлкәһе һәм Урал өлкәһе), Ырымбур казак ғәскәре һәм Урал казак ғәскәре терр‑яһы Ырымбур Х.о., 1881—1918 йй. – Ҡазан Х.о. (1918 й. ш. уҡ Әстерхан һәм Пенза губ., Вятка губернаһы, Ҡазан губернаһы, Һамар губернаһы, Һарытау губернаһы терр‑яларын һәм Әстерхан казак ғәскәре ерҙәрен үҙ эсенә алған; халҡы 25 млн кеше булған 2,18 млн км2 терр‑я) составына ингән. 1918—22 йй. Ырымбур һәм Өфө губ. һәм 1921 й. март—сент. АСБР терр‑яһы Урал буйы (1919 й. тиклем Урал) Х.о. ингән. 1920—21 йй. АСБР‑ҙың хәрби эштәр б‑са халыҡ комиссары Волга аръяғы Х.о. ғәскәрҙәре командующийына буйһонған. 1921—35 йй., 1958—89 йй. һәм 1992—2001 йй. республика Волга буйы, 1935 й. алып Урал, 1941—58 йй. – Көньяҡ Урал Х.о. ингән. 1989—92 йй. һәм 2001 й. алып Башҡортостан Волга буйы‑Урал Х.о. [2006 й. ш. уҡ Мордовия, Марий Эл респ., Татар­стан, Удмуртия һәм Сыуашстан, Пермь крайы, Киров, Пенза һәм Ульяновск өлк., Ҡурған өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Һамар өлкәһе, Һарытау өлкәһе, Свердловск өлкәһе, Төмән өлкәһе һәм Силәбе өлкәһе, Ханты‑Манси авт. округы (Югра, Ямал‑Ненец авт. округы) терр‑яһын үҙ эсенә алған; халҡы 43 млн яҡын кеше булған 2,78 млн км2 терр‑я] ингән. 2010 й. Х.о. бөтөрөлә, улар базаһында “Көнбайыш”, “Көнсығыш”, “Үҙәк” (уның составына Башҡортостан Республикаһы инә) һәм “Көньяҡ” Берләшкән стратегик командованиелар ойошторола.

М.Ә.Бикмәев, Г.В.Мордвинцев, Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019