Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘТИӘТУЛЛИН Шакир Йосоп улы

Просмотров: 1250

ҒӘТИӘТУЛЛИН Шакир Йосоп улы (21.9.1916, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Мулла а., хәҙер Октябрьский ҡ. эсендә, — 21.7.1972, Октябрьский ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. апреленән Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Сталинград, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 58‑се гвардия кавалерия полкының ҡылыс взводы командиры ярҙамсыһы гвардия өлкән сержанты Ғ. 1943 й. 27 сентябрендә Белорус ССР‑ы Нивки а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) “Туймазабурнефть” тресында эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1947) ордендары менән бүләкләнгән. Ғ. исеме Октябрьский ҡ. урамға һәм 11‑се гимназияға бирелгән, уның бинаһына мемориаль таҡтаташ, Октябрьский һәм Туймазы ҡҡ. уға һәйкәлдәр ҡуйылған.

  Әҙәб.: Рамазанов Г. Ночь на Днепре //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2022