ГНУСИН Александр Фёдорович
ГНУСИН Александр Фёдорович (24.12.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Топкий Ключ ҡсб — 20.7.2007, Одесса ҡ., Украина), артиллерист, полковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Рязань хәрби артиллерия уч‑щеһын (Ҡаҙаҡ ССР‑ы Талғар а., 1941), Офицерҙар составын камиллаштырыу үҙәк артиллерия курстарын (Ленинград, 1955) тамамлаған. 1939 й. тиклем Бәләбәй урта мәктәбендә эшләй. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. ғин. башлап Ҡырым, Дон, Кавказ аръяғы, Төньяҡ Кавказ, Көньяҡ-Көнбайыш, Ялан, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 46‑сы армия 316‑сы уҡсылар див. 857‑се артиллерия полкының разведка нач. капитан Г. 1944 й. 5 дек. Тёкёль ҡ. (Венгрия) янында Дунай й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. алып Карпат буйы, Алыҫ Көнсығыш, Киев һәм Одесса хәрби округтарында хеҙмәт итә. 1960 й. башлап запаста. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1954) орд. м‑н бүләкләнгән. Бәләбәй ҡ. Г. бюст, ул уҡыған 1‑се урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәб.: Кашиц В. Под Будапештом //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.
Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова
Тәрж. Д.К.Үзбәков