Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОЛОВИН Алексей Степанович

Просмотров: 1412

ГОЛОВИН Алексей Степанович (1.1.1912, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Митюшин ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Салауат р‑ны Күҫәләр а. составында, — 5.5.1981, Волгоград ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем Көньяҡ Урал т. юлының Вязовая т. юл ст. эшләй. 1937—38 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. майынан алып Калинин фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3-сө удар армия 31‑се уҡсылар бригадаһы 63‑сө айырым саңғысылар батальонының отделение ком. Г. 20 майҙа Калинин өлк. Ступино а. һәм 25—26 майҙа Пасино а. янындағы алыштарҙа, 23—24 июндә разведка төркөмө рейды барышында дошмандың ҡиммәтле документтарын ҡулға төшөрөүҙә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ауыр йәрәхәтләнгәндән һуң хеҙмәтен Оло Теләк р‑ны Оло Теләк а. (хәҙ. Иглин р‑ны) хәрби комиссариатында инструктор вазифаһында (1943 й. алып) дауам итә. 1945 й. башлап лейт. Г. запаста. 50‑се йй. тиклем Оло Теләк дауаханаһында эшләй. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943). Г. исеме Салауат р‑ны Арҡауыл а. урамға бирелгән; Волгоградта ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Булатов Г. Герой Ступинской высоты //Славные сыны Башкирии. Кн.4. Уфа, 1979.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019