Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОРДЕЕВ Александр Семёнович

Просмотров: 930

ГОРДЕЕВ Александр Семёнович [10.12.1903, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Әнйәк а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 16.10.1975, Дүшәмбе], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Сталинград, Көньяҡ, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армия 7‑се гвардия кавалерия корпусы 7‑се гвардия танкыға ҡаршы истребитель дивизионының танкыға ҡаршы ҡорал тоҫҡаусы ярҙамсыһы гвардия рядовойы Г. 1943 й. 27 сент. Белоруссия ССР‑ы Нивки а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм һул ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. 24 июнендә Мәскәүҙә Еңеү Парадында ҡатнаша. Демобилизациянан һуң (1945) Сталинабад ст. т. юл вокзалы нач. урынбаҫары, 1948—61 йй. Ашхабад т. юлының т. юл поезы нач. булып эшләй. СССР ЮС‑ының 2‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Дыуан р‑ны Мәсәғүт а. Геройҙар аллеяһында Г. барельефлы һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Вахитов Ф. Одна ночь долгой войны //Славные сыны Башкирии. Кн.4. Уфа, 1979.

Н.И.Черепанова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019