Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОРИН Анатолий Сергеевич

Просмотров: 1608

ГОРИН Анатолий Сергеевич (1.3.1922, АСБР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Красноусол Заводы ҡсб, хәҙер БР‑ҙың Ғафури районы Красноусол а., — 14.11.1981, Боровичи ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс осоусылар хәрби авиация мәктәбен тамамлаған (1942). 1941—46 йй. һәм 1950 й. алып Совет армияһында. 1943 й. авгусынан Воронеж, 1‑се һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се һауа армияһы 264‑се штурм авиация дивизияһы 451‑се штурм авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары өлкән лейтенант Г. 242 хәрби осошта (1945 й. майына ҡарата) күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1957) 1980 й. тиклем Боровичи утҡа сыҙамлы материалдар комбинатында эшләй. Ленин (1946), Ҡыҙыл Байраҡ (1944 й. ғинуары һәм июне), Александр Невский (1945 й. апреле һәм июне), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Г. исеме Красноусол а. урамға һәм аллеяға бирелгән, Советтар Союзы Геройҙары мемориалында уға бюст, 2‑се урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ, Стәрлетамаҡ ҡ. һәйкәл ҡуйылған.

  Әҙәб.: К а г а л ь н и ц к и й В. Крылатый гвардеец //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.02.2023