Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОРОШЕК Павел Антонович

Просмотров: 1030

ГОРОШЕК (Горощик) Павел Антонович [10.6.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Николаевка а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 19.10.1994, Минск], танкист, СССР Дәүләт именлеге ком‑ты подполковнигы. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау танк уч‑щеһын (1945), Минск юридик ин‑тын (1951) тамамлаған. 1943 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943—44 йй. Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө гвардия танк армияһы 9‑сы механизацияланған корпусы 69‑сы механизацияланған бригадаһының мотоуҡсылар батальоны санитары рядовой Г. 1943 й. 22 сент. Украина ССР‑ы Козинцы-Зарубинцы а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы һәм 26 яралыға мед. ярҙамы күрһәткән өсөн лайыҡ була. 1946 й. алып кесе лейт. Г. запаста. 1951 й. башлап Белорус ССР‑ы Дәүләт контроле министрлығында, 50‑се йй. аҙ. — 80‑се йй. Дәүләт именлеге ком‑тында эшләй. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, ?) орд. м‑н бүләкләнгән. Стәрлетамаҡ ҡ. мед. колледжы бинаһына Г. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2018).

Әҙәб.: Пайвин И. Через Днепр //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.11.2019