Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОРЧИЛИН Александр Михайлович

Просмотров: 1130

ГОРЧИЛИН Александр Михайлович [16.9.1925, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Чесноковка а. (БР‑ҙың Өфө районы) — 6.5.1970, Өфө ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. сентябренән Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө гвардия танк армияһы 9‑сы механизацияланған корпусы 69‑сы механизацияланған бригадаһының отделение командиры урынбаҫары рядовой Г. 22 сентябрҙә Днепр й. аша сыҡҡанда һәм Украина ССР‑ының Григорьевка һәм Луковицы аа. өсөн алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Өфө ҡ. йәшәй һәм эшләй. Ленин (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Г. исеме тыуған ауылындағы урамға һәм урта мәктәпкә бирелгән, мәктәп территорияһында уға бюст (1988), бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Кагальницкий В. “Я согласен на медаль …” //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.09.2022