Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГӨРӨЗДӘ

Просмотров: 846

ГӨРӨЗДӘ, сей гөрөздә (Lactarius resimus), базидиомицеттар класының һарыҡ бәшмәге һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Евразияла таралған. Эшләпәһенең диам. 5—20 см, яҫы, аҡ, лайлалы, өлгөргән бәшмәктең эшләпәһе буранка рәүешендә, сите тыш яҡҡа төрөлгән, ҡайһы бер урындары һарғылт. Пластинкалары һалынҡы, йыш, тар, аҡһыл, һуңыраҡ һарғылт төҫтә. Һабы 3—9 см оҙонлоҡта, 2,5 см йыуанлыҡта, цилиндр формаһында, яланғас, өлгөргән емеш тәндәрендә ҡыуыш, аҡ төҫтә, ҡайһы ваҡыт һарғылт йәки ерәнһыу төплө. Итсәһе аҡ, тығыҙ, мурт, хуш еҫле. Һөт һымаҡ һуты аҡ, һауала һарғая, әсе. Спора онтағы аҡ. Ҡайын м‑н микориза барлыҡҡа килтерә. БР‑ҙа июлдән сент. тиклем йүкә ҡатыш ҡайын һәм ҡарағай-ҡайын урмандарында осрай. Ҡиммәтле ашарға яраҡлы бәшмәк.

Г.Ғ.Ҡужәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019