Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘШМӘКТӘР

Просмотров: 1282

БӘШМӘКТӘР (Fungi, Mycota, Mycophyta), тере организмдар батшалығы. 3 бүлеккә айырыла: ысын Б., оомицеттар, лайлалы бәшмәктәр. Ысын Б. хитридиомицеттар, зигомицеттар, аскомицеттар, базидиомицеттар, дейтеромицеттар кластарын берләштерә. 100 меңдән ашыу төрө (Башҡортостанда 10 меңдән ашыу төрө) билдәле, киң таралған (иң күптөрҙәр һаны Европала һәм Төньяҡ Америкала). Үҫемлектәрҙең (хәрәкәтһеҙлек, өҫкө өлөштөң сикләнмәгән үҫеүе, витаминды синтезлау һәләте, күҙәнәк көбө булыуы) һәм хайуандарҙың (гетеротроф туҡланыу тибы, хитин, гликоген формаһындағы запас углеводтар булыуы, мочевина барлыҡҡа килеүе, цитохромдар структураһы) үҙенсәлектәрен берләштерә. Б. үҙенсәлекле үҫеш циклы м‑н айырыла(ядро фазаларының алмашыныуы, дикариондар, гетерокариоз, парасексуальпроцесс булыуы). Бер күҙәнәкле (йыш ҡына микроскопик) йәкикүп күҙәнәкле, төҙөлөшө һәм ҙурлығыб‑са төрлө булған организм; гетеротроф, аэроб. Күпселек Б. Вегетатив тәне — нәҙек тармаҡлы еп‑тәрҙән (гиф ептәре) торған мицелий (бәшмәклек). Күҙәнәкһеҙ, йәки ценотик (күп ядролы, бүлкәһе булмаған 1 гигант күҙәнәк), һәм күҙәнәкле, йәки септаланған (бүлкә — септа м‑н бер йәки күп ядролы күҙәнәктәргә бүленгән). Бәшмәклек урман түшәмәһендә, сереүсе үҙағаста һ.б. органик субстраттарҙа үҫешә. Күп Б. тығыҙ үрелгәнгиф ептәренән (плектенхима ялған туҡымаһы) емешлек тәндәре, ҡайһы берҙәрендә склероциялар, ризоморфтар барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер паразит Б. мицелийы юҡ һәм вегетатив тән плазмодийҙан йәки ялған мицелийҙантора. Вегетатив, енесһеҙ, енси юл м‑н үрсей. Вегетативүрсеү мицелийҙың бер өлөшө йәки махсуслашҡан фрагменттар (оидиялар, хламидоспоралар) ярҙамында бара, сүпрәләбөрөләнеү м‑н. Айырыуса спора (зооспора, спорангиоспора, конидия) м‑н енесһеҙ үрсеү таралған. Ябай төҙөлөшлө Б. (зигомицеттар, оомицеттар, хитридиомицеттар) енси процесы — изо- һәм гетерогамия, аскомицеттарҙың — оогамия, базидиомицеттарҙың — соматогамия, дейтеромицеттарҙың гетерокариоз һәм парасексуаль процесы билдәле. Енси спора туплау ысулы һәм емешлек тәндәренең формаһы — мөһим систематик билдәләр. Б. (дискомицеттарҙың, гименомицеттарҙың) емешлек тәненеңспора барлыҡҡа килтереүсе ҡатламы гимений тип атала. Ябай төҙөлөшлө Б. гимений емешлек тәненең өҫкө өлөшөндә урынлаша, ҡатмарлы төҙөлөшлөләрҙә — аҫҡыһында. Гименийҙа енси спора туплау ағзалары(аскомицеттарҙа муҡсалар һәм базидиомицеттарҙа базидиялар) парафиздар (стериль күп йәки бер күҙәнәкле структуралар), базидиолдар (үҫешеп етмәгән базидиялар), цистидтар (орсоҡ формаһындағы оҙонстериль күҙәнәктәр) м‑н сиратлаша. Күп Б. үҫештең иртә стадияларында гимений Б. эшләпәһе үҫеүе барышында йыртылып, һаптың нигеҙендә еңсә (дөйөм япма) һәм эшләпә аҫтында яға(айырым япма) барлыҡҡа килтереүсеайырым һәм дөйөм япма м‑н ҡапланған. Гименийҙы йөрөткән Б. емешлектәненең өҫтө (гименофор) пластинка, йыйырсыҡ, көпшә, күҙәү һымаҡ һ.б. формала. Б. араһында күп экологик төркөмдәр билдәле, иң эреләренеңбереһе — органик матдәләрҙе минераллаштырыуҙа һәм серетмә барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашыусы тупраҡ Б. (мәҫ., үңәҙ бәшмәктәренең составы һәм һаны — тупраҡтың уңдырышлылығы күрһәткестәренең береһе). 10 меңдән ашыу төр паразит Б. төр‑көмөн тәшкил итә. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙарын тыуҙырыусы торон бәшмәктәре, тут бәшмәктәре, хитридийҙар һ.б. ҙур зыян килтерә. Б. ш. уҡ —хайуан микоздарын һәм кеше дерматоздарын тыуҙырыусылар, үңәҙ Б.аҙыҡ-түлектең һәм сәнәғәт тауарҙарының боҙолоуына килтерә. Ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр тамыры м‑н симбиозға инеүсе микориз Б. күп һанлы төркөмдө тәшкил итә (күпселеге ашарға яраҡлы бәшмәктәр). Ҡайһы бер Б. (аскомицеттар, һирәгерәк бази‑диомицеттар) ылымыҡ м‑н симбиозда лишайник барлыҡҡа килтерә. Махсуслашҡан экологик төркөмдәргә ксилофилдар (үҙағаста үҫә), копрофилдар (тиреҫтә) ҡарай. Б. араһында файҙалы төрҙәр күп. Ашарға яраҡлы Б. яҡынса 100 төрө билдәле, уларҙың ҡайһы берҙәре (аҡ көләпәрә, ҡарама бәшмәге) үрсетелә. Б. — микориз барлыҡҡа килтереүсе, үҫемлек тамырының һеңдереү йөҙөн арттыра. Үңәҙ Б. — микробиология сәнәғәтендә һәм биотехнологияла, уларҙан алынған антибиотиктар һәм алкалоидтар медицинала һәм ветеринарияла ҡулланыла. Сүпрә аҙыҡтүлек сәнәғәтендә һәм мал аҙығы етештереүҙә файҙаланыла.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.08.2023