Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВЕРОВКА, Бәләбәй р-нындағы ауыл

Просмотров: 685

ВЕРОВКА, Бәләбәй р-нындағы ауыл, Өҫән-Ивановка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 30 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.-Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Ҡорҫаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 907 кеше; 1920 — 1479; 1939 — 1267; 1959 — 504; 1989 — 334; 2002 — 359; 2010 — 357 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, китапхана бар. Ауылға 19 б. башында Өҫән-Ивановка заводы эргәһендәге торама булараҡ Верино исеме м-н нигеҙ һалына. Сембер губ. Осокиндарҙың крепостной крәҫтиәндәре күсеп ултыра. Шулай уҡ Михайловка исеме м-н теркәлгән. 1865 й. 96 йортта 570 кеше йәшәгән. Игенселек, малс-ҡ, балта эше м-н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1845 й. төҙөлгән), май һығыу оҫтаханаһы, һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, һыу тирмәне, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 

 Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019